Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2023, 14:24

Һалым айырым ҡаҙналыҡ иҫәбенә күсерелә

Был иҫәп Федераль ҡаҙналыҡтың Тула өлкәһе идаралығында асылған.

Һалым айырым ҡаҙналыҡ иҫәбенә күсерелә
Һалым айырым ҡаҙналыҡ иҫәбенә күсерелә

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы 4-се район-ара инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың 14 июлендәге 263-сө Федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексы положениеларында үҙгәрештәр булды. Улар буйынса Берҙәм һалым иҫәбе институты ғәмәлгә индерелә. Быйыл 1 ғинуарҙан Берҙәм һалым түләүе һәм Берҙәм һалым иҫәбе бөтә юридик һәм физик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар өсөн мотлаҡ булып тора.

Был система һалым, йыйымдарҙы һәм страховка иғәнәләрен берҙәм түләү документы менән күсереү зарурлығын күҙ уңында тота. Һалым органдары тарафынан администрацияланған барлыҡ түләүҙәр Федераль ҡаҙналыҡтың Тула өлкәһе идаралығында (Федераль һалым хеҙмәтенең Бурысҡа идара итеү буйынса төбәк-ара инспекцияһында) асылған айырым ҡаҙналыҡ иҫәбенә күсерелергә тейеш.

Һалым түләүсенең иҫәпкә ҡуйылыу урынына йәки һалым һалыу объектының урынлашҡан еренә ҡарамаҫтан, ошо иҫәп ҡулланыла. Түләү реквизиттары менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең  сайтында (https://www.nalog.gov.ru/rn77/) танышырға мөмкин.

Фото: uinfin.ru

Сығанаҡ: Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы 4-се район-ара инспекцияһы.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-01-25/alym-ayyrym-a-naly-i-ben-k-serel-3118214
Һалым айырым ҡаҙналыҡ иҫәбенә күсерелә
Һалым айырым ҡаҙналыҡ иҫәбенә күсерелә
Автор:
Читайте нас: