Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2023, 10:13

Мишкә районында яңы комплекс буласаҡ

Инвесторҙарға яңы юл яны комплексы төҙөргә тәҡдим иткәндәр

Мишкә районында яңы комплекс буласаҡ
Мишкә районында яңы комплекс буласаҡ

Башҡортостанды бизнесты үҫтереү майҙансығы тип ҡараған инвесторҙар өсөн Төбәктең үҫеш корпорацияһы яңы инвестиция тәҡдиме әҙерләгән. Уның концепцияһы Мишкә районында юл буйындағы күп функциялы комплекс төҙөүҙе күҙ уңында тота. Бизнес-кейста бирелгән иҫәпләүҙәр буйынса, 15 яңы эш урыны булдырыу менән проект бюджеты 56,6 миллион һум тәшкил итәсәк.

— Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Мишкә районында төбәк әһәмиәтендәге Бөрө -Таштүбә-Һатҡы юлында бизнес-кейс тәҡдим ителә. Бында инвесторға автомобиль йыуыу, автосервис станцияһы, кафе һәм минимаркет ингән юл буйындағы хеҙмәтләндереү ҡоролмаһын урынлаштырырға тәҡдим ителә. Проектты тормошҡа ашырыуҙың яҡынса мөҙҙәте — 2 йыл, — тине Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Тәҡдим ителгән проектҡа инвесторҙар төп финанс-иҡтисади күрһәткестәр: финанс һөҙөмтәһе, килем һәм саф табыш, килемлелек, түләү осоро һәм башҡа мәғлүмәтте индергән.

— Ентекле концепция һәм финанс күрһәткестәре менән бер рәттән, беҙҙең барлыҡ эшлекле тәҡдимдәр ҙә дәүләт ярҙамы сараларын сағылдыра, улар ярҙамында инвестор проектты еңел генә итеп тормошҡа ашыра аласаҡ. Был осраҡта ул башланғысты өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереүгә, сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға ер участкаһын бүлеүгә, инфраструктура объекттарын төҙөүгә, реконструкциялауға, яңыртыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала, — тип өҫтәне Наил Ғәббәсов.

Тәҡдим ителгән инвестиция проекттары менән Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы сайтында «Бизнес эштәре» бүлегендә танышырға мөмкин.

 

Белешмә:

 

Үҫеш корпорацияһы — Башҡортостан Республикаһының инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү буйынса вәкәләтле ойошма. Башҡортостан Республикаһы департаменты белгестәре проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла — концепцияны эшләүҙән алып объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға тиклем — бушлай оҙатып бара. Хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибәһе теләһә ниндәй этапта ла инвестиция проекты менән эшләүгә тоташырға һәм бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итергә мөмкинлек бирә. Етәкселәр Башҡортостан Республикаһында үҙ бизнесын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ инвесторҙарға ла комплекслы ярҙам күрһәтергә һәм улар өсөн ышаныслы партнер булырға әҙер. Ентекле мәғлүмәт һәм контакттар менән https://kr-rb.ru/ үҫеш корпорацияһының рәсми сайтында йәки телефон (347) 214-90-70 телефон аша танышырға мөмкин.

 

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-01-18/mishk-rayonynda-ya-y-kompleks-bulasa-3110386
Мишкә районында яңы комплекс буласаҡ
Мишкә районында яңы комплекс буласаҡ
Автор:
Читайте нас: