Быға тиклем Ғаилә ипотекаһын түбәндәге осраҡтарҙа алып була ине:
- беренсе йәки артабанғы бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған осраҡта;
- 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған баланы уллыҡҡа алған осраҡта;
- инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр.
Быйылдан Ғаилә ипотекаһын ҡулланыу мөмкинлеге киңәйә – хәҙер 18 йәшкә тиклем ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә был ташламалы ипотека менән ҡуллана ала.
Ғаилә ипотекаһы 6 процентлы ставка менән бирелә.
Ә быға тиклем ғәмәлдә булған Дәүләт яҡлауы менән бирелгән ипотека 1 процентҡа артты һәм яҡынса 7-8 процент тәшкил итәсәк. Ул 2024 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был хаҡта ил Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында белдерҙе.
Фото: omskpress.ru