Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2022, 09:48

Һалымды самолетҡа ултырыр алдынан түләргә була

Һалым хеҙмәтенең мобиль офисы Яңы йыл алдынан “Өфө” аэропортына юллана. Сәйәхәткә түгел, әлбиттә.

Һалымды самолетҡа ултырыр алдынан түләргә була
Һалымды самолетҡа ултырыр алдынан түләргә була

Һалым органдары вәкилдәре Суд приставтары хеҙмәте һәм Башҡортостан бурыс үҙәге менән берлектә самолетҡа ултырыусыларға һалым түләү хаҡында иҫкәртергә уйлай.

Улай ғына ла түгел, электрон сервис ярҙамында һалым буйынса бурыстарың барлығын-юҡлығын тикшерергә, “Шәхси кабинет”ҡа теркәлергә мөмкин буласаҡ.

Мобиль һалым офисы аэропорттың 2-се теркәлеү залы ҡаршыһында эшләйәсәк.

Фото: Суд приставтары хеҙмәте.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-12-07/alymdy-samolet-a-ultyryr-aldynan-t-l-rg-bula-3061817
Һалымды самолетҡа ултырыр алдынан түләргә була
Һалымды самолетҡа ултырыр алдынан түләргә була
Автор:
Читайте нас: