Республика көнө алдынан ауыл хужалығы йәрминкәһен үткәреү матур йолаға әйләнде. Бөгөн дә Асҡын ауылының Ленин майҙаны, көн ямғырлы, һалҡынса булыуға ҡарамҫтан, гөрләп торҙо.
Районыбыҙҙың бөтә ауыл биләмәләре, шәхси хужалыҡ тотоусылар, фермерҙары үҙҙәре үҫтергән, етештергән продукцияны һатыуға сығарҙы.
Йәрминкәлә Өфө, Нефтекама ҡалаларынан шәхси эшҡыуарҙар, Ҡариҙел, Тәтешле райондарынан да крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙ продукцияһын тәҡдим итте.
Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы сәләмләп, йәрминкәгә бай продукция алып килеүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм уңышлы сауҙа теләне. Яҡынлашып килеүсе Республика көнө менән барыһын да ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе Динис Рәдис улы. Иң мөһиме, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Тыуған илебеҙҙе һаҡларға китеүселәрҙең иҫән-имен ҡайтыуҙарын һәм илебеҙҙә тыныслыҡ, именлек булыуын теләне.
Ауыл хужалығы йәрминкәһе асҡындар өсөн оло байрамға әйләнде. Кемдер һатып, ә кемдер алып ҡыуанды.
Һатыуҙа нимәләр генә юҡ ине: йәшелсә-емеш, ит, һөт, кондитер ризыҡтары, башҡорт балы, яңы ғына йыйып алынған иген, бәйләнгән, тегелгән кейем-һалым һәм башҡалар.
Һатыусылар әйтеүенсә һөт ризыҡтары, йомортҡа, гөлйемеш, бәшмәктәр, картуф тәүге минуттарҙа уҡ һатылып бөтә.
Наилә Имаева.