Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2022, 16:20

Эшҡыуарҙар кәңәшләште

Тулыраҡ: 

Эшҡыуарҙар кәңәшләште
Эшҡыуарҙар кәңәшләште

Балтаста Башҡортостандың Эшҡыуарлык һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ҡатнашлығында “Эҡыуарлык форумы - 2022” кәңәшмә үтте.

Сара эшҡыуарлыҡ сәғәте форматында ойошторолдо, унда Балтас районы эшҡыуарҙары ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев эшҡыуарҙарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Улар араһында тәжрибәлеләре лә, яңы эш башлап торғандары ла бар. Дуҫтарса һәм эшлекле мөхиттә үткән сарала йүнселдәр аралашты ла, үҙҙәре өсөн кәрәкле мәғлүмәт тә алды, үҫеш юлдары тураһында әңгәмә лә ҡорҙо. Сара район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт менән тамамланды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Эшҡыуарҙар кәңәшләште
Эшҡыуарҙар кәңәшләште
Эшҡыуарҙар кәңәшләште
Читайте нас: