Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июнь , 08:15

Ауыл йортон төҙөкләндереү өсөн хәҙер 500 мең һумға тиклем льготалы кредит алырға мөмкин

Рәсәй Хөкүмәте ауыл халҡына йорттарын төҙөкләндереү өсөн льготалы кредиттарҙың күләмен арттырҙы. Был туралағы ҡарарға премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иткән Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Ауыл йортон төҙөкләндереү өсөн хәҙер 500 мең һумға тиклем льготалы кредит алырға мөмкин
Ауыл йортон төҙөкләндереү өсөн хәҙер 500 мең һумға тиклем льготалы кредит алырға мөмкин

Рәсәй Хөкүмәте ауыл халҡына йорттарын төҙөкләндереү өсөн льготалы кредиттарҙың күләмен арттырҙы. Был туралағы ҡарарға премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итте Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Документ һуңғараҡ баҫылып сыға.

Кредит күләме, элекке кеүек үк, йәшәгән урынға бәйле. Әйтәйек, Ленинград өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округына ингән субъекттарҙа ул 300 меңдән 700 мең һумға тиклем арттырылды. Льготалы программала ҡатнашмаған Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһенән тыш, илдең башҡа төбәктәрендә ауыл халҡы 500 мең һумға тиклем кредит алырға мөмкин (элек 250 мең һум ине).

Ауыл йорттарын төҙөкләндереү өсөн льготалы кредиттар программаһы 2020 йылдан эшләй. Бындай кредиттар буйынса ставка 5% артмаҫҡа тейеш. Банктарға льготалы һәм баҙар ставкаһы араһындағы айырманы дәүләт ҡаплай. Аҡсаны йортҡа электр, һыу һәм газ үткәреү, шулай уҡ инженер системаларын һәм ҡыйыҡты ремонтлау өсөн тотонорға рөхсәт ителә.

Сығанаҡ:https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-06-24/v-rossii-uvelichili-summy-lgotnyh-kreditov-dlya-selchan-na-blagoustroystvo-domov-2853105

Автор:
Читайте нас в