Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 14:10

Петербург иҡтисади форумы киң мөмкинлек аса

Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мәртәбәле форум тураһында яҙып сыҡты #Башҡортостан #Башкортостан

Петербург иҡтисади форумы киң мөмкинлек аса
Петербург иҡтисади форумы киң мөмкинлек аса

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Петербург иҡтисади форумы тураһында яҙып сыҡты.

“Петербург иҡтисади форумында 65 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән 31 килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ.

Беҙҙең өсөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыу – Башҡортостандың үҫешенә булышлыҡ итәсәк төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү һәм хәл итеү өсөн яҡшы мөмкинлек ул.

Быйыл Башҡортостан сода компанияһы менән берлектә күләмле һәм йөкмәткеле стенд әҙерләнек. Ул иң ҙур төбәк майҙансыҡтарының береһе буласаҡ.

Өфөнөң юбилейы айҡанлы төҙөйәсәк Тирмә инсталляцияһы, йәки Фән һәм мәҙәниәт һарайы экспозицияның төп детален тәшкил итәсәк. Ул республикабыҙ ҡаҙаныштары менән таныштырыу материалдары күрһәтелгән зона буласаҡ. Бында беҙҙең химия гиганты – Башҡортостан сода компанияһының үҙенсәлекле визуаль тамашаһын да ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ беҙ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының макетын һәм Күмертау авиация предприятиеһында эшләнгән Ка-32А11ВС вертолеты кабинаһы рәүешендәге һөйләшеүҙәр зонаһын тәҡдим итәбеҙ”, – тип яҙған Премьер-министр.

Фото: vk.com/agnazarov

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-06-15/peterburg-i-tisadi-forumy-ki-m-mkinlek-asa-2840684
Автор:
Читайте нас: