

Баш ҡалабыҙҙың “ВДНХ-Экспо” майҙанында уҙған 32-се халыҡ-ара “АгроКомплекс-2022” күргәҙмәһе сиктәрендә бай ассортиментлы йәрминкә гөрләне. Унда башлыса республикабыҙ аграрийҙары етештергән аҙыҡ-түлек тауарҙары тәҡдим ителде. Төрлө район-ҡалаларҙан килгән 70 ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе үҙҙәренең һый-хөрмәтен күрһәтте. Ҡариҙел районынан был мәртәбәле сарала Лилиә Шестакова етәкләгән “Елисей” ауыл хужалығы кооперативы ҡатнашты. 2019 йылда был кооператив етәкселеге дәүләт ярҙамын - грант алыуға өлгәшкәйне. Был мөмкинселеккә улар заманса технологиялы ит эшкәртеү цехын булдырҙы. Хужалыҡ өсөн сеймал урындағы халыҡтан, кооператив ағзаларынан һәм район фермерҙарынан һатып алына. Тиҙ арала кооператив үҙенең ассортиментын киңәйтә алды. Хәҙер улар һатып алыусыларға һыйыр, сусҡа, ҡош, һарыҡ итенән, балыҡтан ыҫлатылған деликатестар тәҡдим итә ала. Шулай уҡ ит аҙыҡтарын эшкәртеү һәм ыҫлау буйынса ла үҙҙәренең хеҙмәтен күрһәтә. Район күләмендә, шулай уҡ Өфө, Бөрө һәм башҡа ҡалаларҙа уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә кооперативсылар сауҙаларын илһөйәрлек тойғолары менән киң йәйелдереп ебәрә. Төрлө форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашып, үҙҙәрен ит продукцияһын яратыусылар араһында танытып өлгөрҙө. Уҙған аҙнала үткән сарала улар быҡтырылған һыйыр ите консерваларын тәҡдим итеп, сираттағы уңыштарына өлгәште: “Елисей” копперативы консерваһы “Иң яҡшы продукт-2022” конкурсының көмөш миҙалына һәм II дәрәжә дипломға лайыҡ булды!
Гөлнара Солтанова.