Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Иҡтисад
5 Февраль 2022, 10:25

Һәр өйгә – йәйен

Ҡариҙелдә ғәҙәти булмаған ферма асылды.

Һәр өйгә – йәйенҺәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен

Ҡариҙел районы балығы менән дан тота. Бәрҙе, сабаҡ, ташбаш, суртан, ҡорбан, алабуға һәм башҡа балыҡтарҙы кемдәр генә ауыҙ итмәне икән? Бынан тыш, районда балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр бар. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бағры (форель) балығын үрсетеүҙе шәхси эшҡыуар Г.В. Ғиндуллина 2017 йылда уҡ ойоштороп ебәргәйне. Хәҙер Абдулла ауылы янындағы бағры быуалары туристар өсөн күркәм урындарҙың береһе һанала.
3 февралдә Ҡариҙел ауылында шәхси эшҡыуар Эльвира Несмиянованың аквафермаһы асылды. Эльвира ханым тормош иптәше менән элек буш торған икмәк заводы бинаһында кларий йәйенен үрсетеү буйынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған махсус бассейндар ҡорған, селбәрәләр һатып алған. Ул район хакимиәте тарафынан ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” сараһына килеп, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәм милли проекттарҙың береһе буйынса субсидия алыуға ирешкән.

Акваферманы асыу тантанаһына хакимиәт башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин үҙенең урынбаҫарҙары менән саҡырылғайны. “Һәр өйгә – йәйен” тип аталған был ғәҙәти булмаған фермала балыҡты үҫтереү, ашатыу, һыуҙы алмаштырыу, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың билдәле бер температураһын һаҡлау, уны таҙартыу, кислород менән һуғарыу автомат ҡоролмалар менән башҡарыла. Килгән ҡунаҡтар Несмияновтарҙың тырышлығын практикала күрҙе һәм киләсәктә ферманың үҫешенә ҙур өмөттәр бағланы. Әйткәндәй, шәхси эшҡыуар йылына 10 мең тонна йәйен үҫтереп була, тип белдерҙе. Тимәк, яҡын арала экологик яҡтан таҙа кларий йәйендәре һатыуға сығарыласаҡ. Бынан тыш, Эльвира ханым был балыҡтан етештерелгән ашамлыҡтарҙы ла тәҡдим итте. Баҡтиһәң, кларий йәйене ите диетик продукттарҙан һанала һәм унан фарш, билмән, манты, төрлө ҡабымлыҡтар әҙерләп, хатта ыҫлап та була икән. Бер аҙҙан “Һәр өйгә – йәйен” аквафермаһы продукттары ысынлап та һәр хужабикә өҫтәлендә булыр.

Гөлнара Солтанова.





Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Һәр өйгә – йәйен
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас