

Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына, 2024 йылға, Өфө аэропортының эске һәм халыҡ-ара рейстары терминалдары берҙәм архитектура комплексына берләштереләсәк. Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев Хөкүмәттәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне. Уны видеоконференция режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Терминалдарҙы 9 мең квадрат метр самаһы япма ярҙамында берләштерәләр. Был объектты төҙөү аэропорттың аэровокзал комплексын реконструкциялауҙың һуңғы этабы буласаҡ.
Шулай уҡ 2024 йылға тиклемге планда – арта барған авиаташыуҙар күләмен тәьмин итеү өсөн аэродром хужалығын артабан яңыртыу. Проект һауа судноларын боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртеү өсөн майҙансыҡ төҙөүҙе, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуҙы һәм перронды 93 мең квадрат метрға киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты биләмәһендә заманса ҡунаҡхана бинаһын проектлау тамамлана. Уны 2022 йылдың икенсе кварталында төҙөй башларға ниәтләйҙәр. Был проектҡа инвестициялар күләме – бер миллиард һум. Объектты Өфөнөң 450 йыллығына файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла.
2021 йылдағы эш йомғаҡтары хаҡында һөйләп, Александр Андреев “Өфө” аэропортының тарихта тәүгә дүрт миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндереүен, Волга буйы федераль округында лидер булыуын һәм илдең иң ҙур ун аэропорты иҫәбенә инеүен хәбәр итте.
Төбәк ташыуҙарын үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тура төбәк-ара авиамаршруттарҙың өлөшөн арттырыу йәһәтенән май указын ваҡытынан алда үтәне. Өфөнән башҡарылған рейстарҙың 56 проценты Мәскәүҙе урап үтә. Бынан тыш, Өфөнән Рәсәйҙең бөтә миллионлы ҡалаларына тура рейстар ойоштороу буйынса төп бурыстарҙың береһен хәл итеүгә өлгәшелде.
2021 йылда алты йыллыҡ тәнәфестән һуң Мысыр менән даими һәм чартер авиабәйләнеше асылды. “Өфө” аэропортынан Доминиканға тәүге тапҡыр трансатлантик рейстар башҡара башланылар. 2022 йылға пландарҙа – Омск, Пермь, Воронеж, Силәбе, Иркутск, Наманган, Нур-Солтан, Алматы, Тель-Авивҡа яңы рейстар ойоштороу һәм эпидемиологик хәлде яйға һалған осраҡта – Венаға рейстарҙы тергеҙеү.
“Өфө” – Рәсәйҙә коронавирус пандемияһы шарттарында эске һауа линияларының яңы терминалын төҙөкләндергән һәм файҙаланыуға тапшырған берҙән-бер аэропорт. Шунлыҡтан эске рейстарҙың терминаль комплексының дөйөм майҙаны 29 мең квадрат метрға тиклем, ә үткәреү һәләте ике тапҡырға - сәғәтенә 1200 пассажирға тиклем артҡан. Яңы терминалда заман талаптарына яуап биргән VIP-зал һәм “Ағиҙел” бизнес-залы асылған.
2021 йылда шулай уҡ вокзал яны майҙанын киңәйтеү тамамланды, туҡталҡа комплексы 1600 машина урындарына тиклем арттырылды.
“Өфө” аэропорты социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Уҙған йылда, мәҫәлән, ул Аэропорт ҡасабаһында 1-се поликлиника филиалы һәм 2-се балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн финанслаған.
Дөйөм алғанда, сығымдарҙы кәметеү һәм етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса саралар арҡаһында 2021 йылда аэропорттың саф табышы яҡынса 850 миллион һум була.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективына коронавирус пандемияһы шарттарында яйға һалынған эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Башҡортостан халҡының, Мәскәүгә йәки Санкт-Петербургҡа бармай ғына, тура сит илгә оса алыуы мөһим. Коронавирус сикләүҙәрен алғандан һуң был эште мотлаҡ дауам итербеҙ. Кешеләрҙең беҙҙең аэропорттан сит илгә уңайлы осоу мөмкинлеге булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Аэродром структураһын да яңыртырға кәрәк. Был йәһәттән Рәсәй Хөкүмәте менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Яңыртыу һөҙөмтәһендә ҙур һәм көслө республикабыҙға лайыҡлы аэропортлы булырбыҙ тип ышанам.
Фото: gorobzor.ru