Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2022, 16:55

Эш хаҡы арта

Кемдең хеҙмәт хаҡы күпмегә күтәрелгән?

Эш хаҡы арта
Эш хаҡы арта

Бөгөн ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Өфө мэры Сергей Греков коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, баш ҡала хакимиәте ҡаланы йыйыштырыу менән мәшғүлдәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу өсөн аҡса тапҡан.

“1 февралдән ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының юл эшселәренә, механизаторҙарына, водителдәргә эш хаҡы арттырыла”, - тине Сергей Греков.

Вице-мэр Марат Ғәйфуллин килеп тыуған хәлде яҡшыртыу өсөн Өфө хакимиәте 2022 йылдың 1 февраленән водителдәргә, машинистарға, тракторсыларға – тарифҡа 75 процент, юл эшселәренә 14 процент күләмендә өҫтәмә индерергә ҡарар итеүен өҫтәне. Водителдәрҙең, машинистарҙың, тракторсыларҙың – 70-тән 100 процентҡа, юл эшселәренең 60-тан 100 процентҡа тиклем айлыҡ премияһы арттырылды. Арттырып эшләүҙе иҫәпкә алмағанда, хеҙмәт хаҡының үҫеше бишенсе разрядлы водителдәрҙә, машинистарҙа, тракторсыларҙа – 40 процент самаһы, дүртенсе разрядлы юл эшселәрендә 25 процент тәшкил итәсәк. Шулай итеп, Марат Ғәйфуллин белдереүенсә, водителдәрҙең эш хаҡын, интенсивлыҡты иҫәпкә алып, 60 мең һумға тиклем арттырырға мөмкин.

Эш хаҡы арттырылғандан һуң юл эшселәренең һәм механизаторҙарҙың бөтә штаттары ла тулыланырға тейеш, тине Сергей Греков. Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров механизаторҙарға эш хаҡын арттырыу мәсьәләһен тикшереү өсөн ҡала етәкселегенә ике аҙна ваҡыт биргәйне.

 “Хеҙмәткәрҙәрҙе нисек эшкә йәлеп итергә мөмкинлеген уйлағыҙ. Был - бик ауыр эш, шуға күрә дәртләндереү саралары кәрәк. Бәлки, ҡайҙалыр ятаҡ, торлаҡ, уҡытыу булыр, ҡайҙалыр эш хаҡын арттырырғалыр”, – тигәйне ул саҡта Радий Хәбиров.

Фото: sgpress.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Эш хаҡы арта
Эш хаҡы арта
Автор:
Читайте нас: