Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ғинуар 2022, 20:45

Мәскәү, Питер ҙа етә алмаҫ беҙгә!

Башҡортостан Президент гранттары фонды конкурсында 76,2 миллион һум күләмендә грант еңгән.  

Мәскәү, Питер ҙа етә алмаҫ беҙгә!
Мәскәү, Питер ҙа етә алмаҫ беҙгә!

Президент гранттары фондында быйыл тәүгә үткән конкурстың еңеүселәре билдәләнде. Башҡортостан еңеүсе-проекттар һаны буйынса беренсе һәм төбәк проекттарына аҡса бүлеү буйынса икенсе урынды яуланы. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында еңеүселәр һаны буйынса ла республикабыҙ алдынғылыҡты бирмәй: Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала өсөнсө, Волга буйы федераль округында беренсе биләйбеҙ.

Быйыл Башҡортостандан 74 ойошма еңеү яулаған, ә гранттарҙың дөйөм күләме — 76,2 миллион һум (уҙған йылдағы күрһәткес — 44,16 миллион һум).

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда иң яҡшы проекттарҙы асыҡлау һәм яҡлау маҡсатында мәғариф, сәнғәт, мәҙәниәт һәм йәмәғәт дипломатияһы өлкәһендә социаль әһәмиәткә эйә булған хөкүмәткә ҡарамаған коммерция булмаған проекттарҙың асыҡ конкурсын иғлан итте. Был йәһәттән республика тарафынан да ярҙам ҙур, былтыр беҙҙә ойошмаларға проекттарын тормошҡа ашырыуға йәмғеһе 74 850 668 миллион һум аҡса бирелгән.

 — 2022 йылда Президент гранттары фонды тарафынан финанслауҙы арттырыуға өлгәштек, тимәк, тағы ла күберәк коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурста ҡатнашып, социаль йәһәттән мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам ала аласаҡ, — тип белдерә БР Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды директоры Люциә Сәйфуллина.

Еңеүселәр менән бында танышырға мөмкин:

Проекты (xn--80afcdbalict6afooklqi5o.xn--p1ai)

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: