Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ғинуар 2022, 11:45

ВЛАДИМИР ПУТИН ПЕНСИЯЛАРҘЫ АРТТЫРЫУ ЯҠЛЫ

Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсияны 8,6 процентҡа арттырырға тәҡдим итте.

ВЛАДИМИР ПУТИН ПЕНСИЯЛАРҘЫ АРТТЫРЫУ ЯҠЛЫ
ВЛАДИМИР ПУТИН ПЕНСИЯЛАРҘЫ АРТТЫРЫУ ЯҠЛЫ



“Бығаса ҡабул иткән ҡарарҙар, үткән йылғы юғары инфляцияға бәйле, кешегә сығымдарын ҡапларға мөмкинлек бирмәй. Шуға ла мин пенсияларҙы инфляция кимәленән юғарыраҡҡа – 8,6 процентҡа индексацияларға тәҡдим итәм”, – тине Владимир Путин.

Ил башлығы белдереүенсә, әле хаҡтар артыу темпы 8,4 процентҡа тиң.

Дәүләт етәксеһе ҡушыуы буйынса Рәсәй Хөкүмәте белгестәре тиҙ арала кәрәкле эштәрҙе башлай. Шулай уҡ РФ Федерация Советы сенаторҙары ла Президенттың теләген хупланы һәм ошо көндәрҙә закон проектын әҙерләүгә тотонасаҡ.

Автор:
Читайте нас: