Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Ғинуар 2022, 09:35

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” үткән йылға йомғаҡ яһаны

Республикала етештерелгән тауарҙар тәбиғилеге һәм сифатлы булыуы менән танылыу яулай.  

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” үткән йылға йомғаҡ яһаны
“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” үткән йылға йомғаҡ яһаны

2021 йылда “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты бурыстарҙы үтәү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Тәү сиратта мөмкинлектәрҙе киңәйтеү маҡсатында Дөйөм Рәсәй классификаторы буйынса иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәренә ҡарата сикләүҙәр алынды. Республика етештереүселәренең күбеһе тауарҙарын эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа һата алһын өсөн мөмкинлек булдырылды.

"Йыл башында проект тарафынан “Тәьмин итеүсе көнө” сауҙа-һатып алыу конференциялары үткәрелде. Улар республика предприятиеларына һатыу баҙарын киңәйтергә, төбәк һәм федераль селтәрҙәрҙә тауарҙарҙы танытыу мөмкинлеген арттырырға ярҙам итте. Сауҙа-һатып алыу конференциялары етештереүселәр һәм сауҙа ойошмалары араһында бәйләнештәр тәьҫирлеген күтәреүҙә уңышлы вариант булыуын раҫланы. Эшлекле осрашыуҙар һөҙөмтәһендә “Ҡырағай бал” йәмғиәте менән “Монетка” магазиндар селтәре араһында килешеү төҙөлдө. “Столыпин” йәмғиәте еләк-емеш аҙыҡтарын “Магнит” федераль селтәре аша халыҡҡа һатасаҡ", – тип билдәләне сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Проектҡа ярашлы, республика сауҙа селтәрҙәре етәкселәре һәм менеджерҙарының күсмә сессиялары ойошторолдо. Бындай тығыҙ бәйләнештәр предприятие менән яҡындан танышырға, етештереү ҡеүәттәрен баһаларға, продукция сифатын асыҡларға ярҙам итте. Ыңғай миҫалдар ҙа бар, мәҫәлән, “БашБиоРесурс” йәмғиәтенең кондитер изделиелары республика сауҙа селтәрҙәре магазиндарына һатыуға сығарыласаҡ.

Республика тауар етештереүселәре 16 күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашты. Беҙҙең тауарҙар тәбиғилеге, сифатлы булыуы менән танылыу яулаған. Шуға күрә бындай күләмле саралар - республиканың һәм етештереүселәрҙең аҙыҡ-түлек картаһын күрһәтеүҙә яңы мөмкинлек.

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” дипломанттары айырым иғтибарға лайыҡ. Проектта ҡатнашыусылар “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2021” республика конкурсында лауреат булды. “13 предприятие “Аҙыҡ-түлек тауарҙары”, “Етештереү-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар”, “Халыҡ өсөн хеҙмәттәр” номинацияларында еңеү яуланы”, – тине Алексей Гусев.

2021 йылда проект командаһына 105 дипломант өҫтәлде. Ҡатнашыусы предприятиелар һаны 548-гә етте.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-04/bash-ortostan-a-y-t-lege-tk-n-yyl-a-yom-a-ya-any-2643535?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: