Өфө аэропортында уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Ҡаҙағстан ҡунаҡтары, Салауат Юлаев һәйкәленә гөлләмә һалғандан һуң, “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумы сиктәрендә “Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың инвестиция хеҙмәтәшлеге” бизнес-диалогында ҡатнаша.
Шулай уҡ предприятиелар араһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҙа күҙаллана. Сәфәр сиктәрендә Ҡаҙағстан Премьер-министры Аскар Мамин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы ла планлаштырылған. Унда рәсми һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.
Фото: bashinform.ru.