Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Октябрь 2021, 10:50

Форумда ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелде?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербургтағы форум йомғаҡтары буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Форумда ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелде?
Форумда ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелде?

“Петербург халыҡ-ара газ форумында, башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, 2025 йылға тиклем республикала газ үткәреү программаһы буйынса фекер алыштыҡ. Ул ғәйәт ҙур, әүәлге биш йыллыҡ күләменән бер нисә тапҡырға ҙурыраҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, форум йомғаҡтары буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

“Бында һәр нәмәне күҙ уңында тотоу мөһим. Аҡса һәм ресурстар булыу ғына етмәй, бөтә объекттарҙы көйлө итеп әүҙерләү, халыҡ менән бөтә ғәмәлдәрҙе яраштырыу фарыз. Йәнә бер мөһим мәсьәлә – газды кешенең ер участкаһына тиклем еткереү программаһы. Бында ла һорауҙар күп. Бөгөн беҙ йыл аҙағына тиклем газ үткәреү күләмен, ошо программа буйынса киләһе йылға бурыстарҙы тикшерҙек”, – тине төбәк Башлығы.

Радий Хәбиров “Ростех” һәм “Газпром” менән Башҡортостанда “Газпром” мәнфәғәтендә индустриаль двигателдәр йыйыу, һынау буйынса комплекс төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы газ форумының мөһим һөҙөмтәләренең береһе тип атаны.

Республика Башлығы билдәләүенсә, газ форумы, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы, Сочи инвестиция форумы менән бер рәттән, республика мотлаҡ ҡатнашҡан ҙур майҙансыҡтар иҫәбенә инә. “Форум – республиканың ҡеүәте менән таныштырыу өсөн уникаль мөмкинлек. Бындай сараларға йыш йөрөмәйбеҙ, сөнки энергетика, финанс йәһәтенән дә сығым талап ителә. Етди мәсьәләләр хәл ителгән һәм етди компаниялар, ойошмалар осрашҡан төп форумдарҙа беҙ мотлаҡ ҡатнашабыҙ”, – тине ул һүҙен йомғаҡлап.

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас: