Ошо уҡ ваҡытта республикала хаҡлы ялдағыларҙың һаны 1,192 миллиондан 1,159 миллионға тиклем кәмегән.
Башҡортостанда пенсионерҙарҙың күпселегенә йәки 1,061 миллиондан ашыу кешегә страховка пенсияһы түләнә. Ағымдағы йылдың 1 июленә уның уртаса күләме республикала 15 755 һум тәшкил иткән. Был 2020 йылдың июленә ҡарағанда 886 һумға күберәк.
Ғәҙәттәгесә, дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусылар күпкә аҙыраҡ — яҡынса 97 мең кеше. Июлдә улар уртаса 10 613 һум алған, тип белдерҙе республика статистиктары.
Фото: Олег Яровиков
https://www.bashinform.ru/news/1640715-nazvan-sredniy-razmer-pensiy-v-bashkirii-/




