Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Иҡтисад
27 Апрель 2021, 17:35

Уҡыусылар финанс белемдәрен арттырҙы

Бөгөн Ҡышлауйылға урта мәктәбендә Финанс белем аҙналығы сиктәрендә фәһемле сара үтте

Район хакимиәтенең финанс бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошторған сарала 5-се-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусылар “Ижади оҫтахана”ла финанс белемде арттырыу буйынса фәһемле әңгәмә тыңланы, видеоматериал ҡараны, күргәҙмәнән төрлө илдәр аҡсалары менән танышты. 5-се, 6-сы класс уҡыусылары һүрәт төшөрөү конкурсында ла ҡатнашты. Иң яҡшы эштәргә район хакимиәтенең финанс бүлеге етәксеһе Эльвиза Ғәйҙуллина грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы. Балалар тормошта аҡсаның әһәмиәте, уны нисек табыу юлдары, һаҡсыл тотоноу, төрлө ҡатмарлы хәлдәргә юлыҡмау ысулдары тураһында күп нәмә белде.
Илһөйәр Махатова.
Эльмира Шәйхуллина фотолары.
Читайте нас