“Элек инвесторға үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн ерҙе башта һайларға, артабан алырға – әллә күпме бюрократик кәртәләрҙе үтергә кәрәк ине. Ул үҙе муниципалитеттарға йөрөй, түрәләр менән һөйләшә, ҡайҙа инженер селтәрҙәре, инфраструктура булған буш участкаларҙың барлығын белешә ине. Бихисап һорауҙар яҙҙы, яуапты аҙналар буйы көттө. Беҙ был “баш ауырыуын” бөтөрөргә, был процесты ябайлаштырырға булдыҡ.
Республика корпорацияһы үҫеше үҙәгендә проект менеджерҙары институтын төҙөнөк. Хәҙер инвесторға шунда мөрәжәғәт итергә һәм идеяһы хаҡында һөйләргә генә кәрәк. Белгестәребеҙ үҙҙәре майҙансыҡ варианттарын һайлап аласаҡ, муниципалитеттарға, ведомстволарға шундай һорауҙарҙы ебәрәсәк, кәрәкле мәғлүмәтте туплаясаҡ. Һәр эшҡыуарға айырым менеджер беркетелә, ул проекттың башынан алып күҙәтә.
Бынан тыш, институт белгестәре инвесторҙарға үҙҙәре дәғүә итә алған дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләйәсәк. “Алға” айырым иҡтисади зонаһы, индустриаль парктар бар – барыһында ла төрлө ташламалар ҡаралған.
Менеджерҙың маҡсаты – инвесторҙың талаптарын асыҡлау һәм уға мөмкин тиклем әҙерәк сығымдар менән һәм ҡыҫҡа ваҡытта етештереүҙе башларға ярҙам итеү.
Проект институты менеджерҙары бизнес-планды төҙөүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Әгәр инвестор уны үҙе әҙерләй торған осраҡ икән, уның закондарға ярашлылығын тикшереү өсөн экспертиза үткәрә. Был эшҡыуарҙың банкта йәки Сәнәғәт үҫеше фондында кредит алыу мөмкинлеген арттыра.
Тағы институт бизнес-проектты республика Башлығы ҡатнашлығындағы инвестиция сәғәтенә биреү өсөн әҙерләй. Туранан-тура ярҙам һәм үҙ-ара эшмкәрлек буйынса профилле ведомстволар менән һөйләшеүҙәр алып бара.
Быларҙың барыһы ла инвестор өсөн проектты башлап ебәреү процесын еңеләйтә. Һәм эшҡыуарлыҡты уңайлыраҡ шарттарҙа алып барырға ярҙам итә.
Башҡортостанды илдәге эшҡыуарлыҡ өсөн иң уңайлы төбәк итәбеҙ тип вәғәҙә иткәнебеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Бына ошо йүнәлештә барабыҙ ҙа”.
Фото: республика Хөкүмәте.