Был категорияға ҡараған эшҡыуарҙар бер нимә лә етештермәйенсә, дефицит тауарҙарҙы ҡиммәтле хаҡҡа йәшертен һатыу менән шөғөлләнде. 90-сы йылдарҙа дәүләт магазиндары ябыла йәки шәхси ҡулдарға күсә башлағас, “спекулянт” тигән һүҙ ҡулланыуҙан төшөп ҡалды, ә улар урынына яңы ҡатлам – шәхси эшҡыуарҙар, сауҙагәрҙәр барлыҡҡа килде. Яңы ҡатлам, спекулянттан айырмалы рәүештә, рәсми теркәлеп, һалым түләп, асыҡ эшмәкәрлек алып бара.
Әммә бөгөн дә, ауыр хәлдәр файҙаланып, ошо “спекулянтлыҡ” менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар, хатта магазин, сауҙа үҙәктәре бар. Ундайҙар көрсөк ваҡытында ҙур ихтыяж менән файҙаланған тауарҙарға хаҡты арттырып ебәрә. Әле коронавирустан лимон һаҡлай тигән һүҙ таралғас, быға тиклем хаҡы уртаса 70 һумға тиң булған емеш биш-алты тапҡырға ҡиммәтләнгән, ә 200-250 һум торған имбирҙы байтаҡҡа ҡыйбатайтып һата башланылар.
Мәҫәлән, Яңауылдан Алеся Мирзаева Радий Хәбировтың социаль селттәрҙәге төркөмөнә спекулянттарҙың кеше бәләһендә байыуын күрһәткән фотоларҙы һалып: “Әле илдә еңел булмаған ваҡыт, ә кемдер ошонан файҙаланып байый”, – тип яҙа. Фотоһүрәттә күренеүенсә, Яңауылда лимон – 379, имбир 2800 һум тора.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.