Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Март 2020, 12:25

Уйламағанда - 100 мең!

Пенсионер ир Стәрлетамаҡ районында Явнов исемендәге СПК-ның техника паркында йыл ярым ҡарауылсы булып эшләй

Һәм ошо арауыҡта хеҙмәт хаҡын түләүҙә, эшселәрҙе махсус кейем менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәргә тап була. Был турала ул хеҙмәт инспекцияһына ялыу менән мөрәжәғәт итә, тип хәбәр итә ufacityNews порталы.
Ысынлап та, тикшереү барышында шулар асыҡлана: иргә аҙнаһына 40 сәғәт эш ваҡытынан сығып, айына кәмендә 12972 һум түләнергә тейеш булған, ә уға, ни бары район коэффициенты өҫтәп, һигеҙ мең һум оклад ҡуялар. Шулай итеп, ул даими рәүештә артыҡ эшләгән: 2019 йылда ете ай эсендә 457 сәғәткә артыҡ хеҙмәт иткән. Бынан тыш, ял көндәрендә лә сыҡҡан, әммә уның өсөн өҫтәмә эш хаҡы алмаған.
Тикшереүҙәрҙән һуң эш биреүсе, МРОТ-ҡа яраштырып, 2019 йылдың ғинуарынан октябренәсә эш хаҡын түләп еткергән. Шулай уҡ 100 мең һум күләмендә артыҡ эшләгән сәғәттәргә лә аҡса күсергән. Һөҙөмтәлә предприятиеның ғәйепле кешеләренә административ эш асылған.
Бына бит, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. Үҙ хоҡуҡтарын белеп, ғәҙеллек яулаған ир-уҙаманға афариндан башҡа һүҙ юҡ.
Фото: pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: