Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Март 2020, 11:41

Артыҡ түләнгән аҡсаны нисек кире ҡайтарырға?

Сибай ҡалаһының моделле йәштәр-үҫмерҙәр китапханаһында Рәсәй юристар ассоциацияһының урындағы бүлеге хеҙмәткәрҙәре халыҡты бушлай ҡабул итте.

Мөрәжәғәт итеүселәр белгестәрҙән күп ҡатлы йорттарға иҫәпләү приборҙары ҡуйыу, йылылыҡ өсөн артыҡ түләгән аҡсаны кире ҡайтарып алыу, йөклө ҡатынды эштән сығарыу, банкка бурыс ҡайтарыуҙы кисектереп тороу, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау кеүек һорауҙарына яуап алды.

Ҡабул итеүгә килеүселәрҙең барыһы үҙ хоҡуҡтарын тулыһынса белмәй, шуға күрә күп осраҡта улар зыян күрә, йә иһә мутлашыусыларҙың “тоҙағы"на тиҙ эләгә. Бушлай юрист ярҙамы бик тә кәрәкле булды. Бындай саралар артабан да дауам ителәсәк, ти уны ойоштороусылар.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: