Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2020, 17:42

Хәбировтан “хәләл” ипотека һорағандар

Башҡортостанда ислам ипотекаһы сафҡа инерме?

Силәбе өлкәһендә йәшәүсе Айнур Ҡалдаров ҡатынының тыуған яғына – Башҡортостанға күсеп килергә уйлай. Ләкин уға яңы торлаҡ һатып алырға... дин ҡушмай. Ипотека процент менән генә бирелә, ә исламда процент түләү – хәрәм, тип аңлата диндар.
Татарстанда “хәләл” ипотекаға фатир алыу мөмкин — күрше төбәктә бындай пилот проекты эшләй башлаған. Унда ислам ипотекаһының бойомға ашырыла башланыуына бер йыл самаһы. Уның схемаһы былай: кредитор күсемһеҙ милек һатып ала һәм, бурысты өлөшләтә ҡаплау шарты менән, ҡиммәтерәк хаҡҡа һата. Схема шәриғәт экспертизаһын үткән, ул илдә генә түгел, халыҡ-ара трендына әйләнгән.
Тик республикала бындай ипотека тураһында ишеткәндәре лә юҡ, ти Айнур. Банктар әлеге шарт менән килешеү төҙөүҙән баш тарта.
Иргә Радий Фәрит улы нимә тип яуап бирер икән? Беҙ ул хаҡта мотлаҡ яҙырбыҙ.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: