Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ғинуар 2020, 19:07

Һуңғы срок - 1 июль!

Башҡортостанда пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса эшмәкәрлек дауам итә. Күрелгән саралар тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләне.

2020 йылдың 1 июленән бөтә автобустарҙа ла ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү терминалы торорға тейеш. Был турала Радий Хәбиров белдерҙе.
– Кем ваҡытында контроль-касса аппаратын ҡуйып өлгөрмәй, шуларға 1 июлдән штраф һала башлаясаҡбыҙ. Әле иһә ныҡлап иҫкәтәбеҙ – был федераль ҡануниәт талабы, – тине ул.
Штрафтың күләме ҙур. Беренсе тапҡыр тотолғандар 30 мең һум түләйәсәк. Артабан да ҡануниәт үтәлмәһә, түләү бер миллион һумға тиклем үҫәсәк.
Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, пассажирҙарҙы ташыған ойошмалар менән иҫкәтеү эшмәкәрлеге ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Легаль булмаған ташыусылар яйлап баҙарҙан китә башлаған. Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 50 мең самаһы протокол төҙөлгән, 218 автобус арест аҫтына алынған.
Маршруттар селтәре киңәйгәндән-киңәйә, алыҫ ауылдар ҙа район үҙәктәре менән тоташа башланы. Пассажирҙарҙың ихтыяжынан сығып, маршруттар үҙгәртелә, яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Ташыусылар юл йөрөүҙе түләүҙең берҙәм республика системаһына күсә. Дөйөм күләме бер миллиард һум тәшкил иткән 52,6 миллион түләү транзакцияһы үткәрелгән, уларҙың 24 проценты - “Алға” картаһы буйынса.
– Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшергә теләгән пассажирҙар һаны арта. Был улар өсөн генә түгел, һалым күсермәһе өсөн дә уңайлы һәм аҡса әйләнешенең үтә күренмәлелеген тәьмин итә, – ти Тимур Мөхәмәтйәнов.
– Был һандар беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барғанды дәлилләй. Яйлап транспорт өлкәһен заман талаптарына яуап бирерлек итеп киләбеҙ. Тик ялыуҙар һаман да бик күп. Уларҙы тикшереү, кешегә барыһын да аңлатыу кәрәк. Беҙҙең республика автомобиль юлдары буйынса илдә икенсе урында, шуға Башҡортостанда көслө һәм һөҙөмтәле эшләгән дәүләт ташыусыһы булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: