Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ғинуар 2020, 13:36

15 миллион һум алам тип...

Салауат ҡалаһында бер ҡатынға телефонға шылтыратып, тиҙҙән уның картаһына 15 миллион һум аҡса күсереләсәге хаҡында хәбәр иткәндәр.

Был хәлгә ҡыуанған оло йәштәге ханым ҡулына төшәсәк сумманың “һалым”ын түләгән һәм ике аҙна буйы 15 миллион һумды көткән. Өҫтәүенә 14 көн буйы үҙенә шылты­ратҡан кешенең һүҙҙәренә ышанып, ошо ирҙең “хеҙмәттәш”тәренең электрон “янсығы”на бер миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Был сумманың 700 мең һумы – ашығыс рәүештә алынған кредит.

Күптән түгел Себер яҡтарында эшләп ҡайтҡан ир ҙә байтаҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ул кафе-ресторандарҙа күңел асҡан һәм банк картаһы менән иҫәпләшкән. Күпмелер ваҡыт үткәс, ир картаһын юғалтҡан. Кемдер уны тапҡан да иҫәбенән бер миллион 280 мең һум аҡсаһын алған.

Үрҙә әйтелгән хәлдәргә тарымаҫ өсөн иғтибарлы булырға кәрәк. Шуға банк реквизиттарын сит кешеләргә бер ҡасан да бирергә ярамай һәм был кәрәкмәй ҙә, сөнки банк хеҙмәткәрҙәре банк картаһы номерҙарын, паролде һәм смс-кодтарҙы һорап тормай.
Ҡыҫҡаһы, күп аҡса тәҡдим итәләр икән, тимәк, һеҙҙең менән мутлыҡ ҡылыусылар аралаша. Ошо хаҡта онотмаһағыҙ ине.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА
Читайте нас: