Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ғинуар 2020, 12:59

Донъя баҙарында беҙҙең урын бар

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының экспортҡа продукция етештереүҙе арттырыуға арналған кәңәшмә үткәреүе тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Донъя баҙарында ныҡышмал, сифатлы продукция етештереүе менән билдәлелек алған һәм көнәркәшлеккә бирешмәгән, бының өсөн яңынан-яңы юлдар табып торған һәм заманса технологияларҙы тиҙ үҙләштергән предприятиелар ғына уңышлы “йөҙә”. Кәңәшмәлә республикабыҙҙағы ошондай компанияларҙың бөгөнгө хәле һәм уларға дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ барҙы.


Уның нигеҙе – белем

– Экспорт нимәнән башлана? Әлбиттә, белем алыуҙан, – тине үҙенең сығышында “Башҡортостан Республикаһының экспорт­ҡа йүнәлеш тотҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүҙе көйләү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте директоры Илдус Хәлитов. Ул эшҡыуарҙарға финансҡа бәйле булмаған ярҙам төрҙәренә туҡталып үтте. Ысынлап та, донъя баҙа­рына сығыу өсөн хөкүмәттең аҡсалата ярҙамы ғына етмәй. Был субсидияны те­йешенсә, йәғни табышҡа ыңғай һөҙәмтәһе булырлыҡ итеп тотона белергә лә кәрәк бит әле. Тимәк, иң мөһиме – белем.
Әлеге Үҙәк экспорт мәсьәләһе буйынса консультация үткәрә, сит илдәрҙә партнерҙар табыша, килешеү төҙөргә өйрәтә, тәржемәселәр әҙерләй, күсмә саралар ойоштора... Әйткәндәй, республика эшҡыуарҙары менән ошондай күсмә кәңәшмәләрҙе был Үҙәк Вьетнамда, Төркиәлә, Мысырҙа, Иранда, Канадала һәм башҡа илдәрҙә үткәреп өлгөргән дә инде. Былтыр ундай саралар алты тапҡыр үткәрелһә, быйыл 25-тән ашыу булған.

Ҡаршылыҡтар еңергә ярҙам итә

Эшҡыуарҙар алдында Дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов, уның урын­баҫары Лена Изотова, республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, “Баш­ҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы” союзы президенты Тимур Хәкимов һәм башҡалар сығыш яһаны. Донъя баҙарына йылдамыраҡ сығыуҙы тотҡарлаған сәбәптәр итеп улар түбәндәгеләрҙе билдәләне:
– предприятиеның күберәк эске баҙарға йөҙ тотоуы;
– донъялағы конъюнктураның тиҙ үҙгәрә барыуы;
– сикләү саралары;
– таможня эшенең үҙенсәлектәре;
– иҫәпләү һәм статистик мәғлүмәт туплауҙың төрлөсә эшләнеүе. Мәҫәлән, аграр тармаҡта экспорт күләмен иҫәпләү ошо продукция етештерелгән урын (әлеге осраҡта – Башҡортостан) буйынса түгел, ә экспортерҙың юридик адресына ҡарап башҡарыла.

Һөҙөмтәлә быйылғы туғыҙ айҙа ҡайһы бер тауар төркөмдәре буйынса экспорттың кәмей төшөүенә юл ҡуйылған. Улар араһында быяла һәм унан эшләнгән әйберҙәр (22 процентҡа аҙайған), металл әйберҙәр (19,7 процентҡа) һәм минераль продукттар (12,4 процентҡа) бар.

Айырым тауарҙар, киреһенсә, ошо уҡ осорҙа экспорттың үҫеүенә булышлыҡ иткән: азот ашламалары, ациклик углеводородтар һәм битум әйберҙәр, аш содаһы, поливинилхлорид, ОSВ плитәһе һәм фанера, үҫемлек майы, мал аҙығы, шыйыҡлыҡ һурҙырғыстары һәм арматура.

– Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағы һуңғы йылдарҙа экспорт күләмен ике тапҡырға арттырҙы һәм уның мөмкинлектәре лә киңәйә, – тине сығышында “Рәсәй тимер юлдары. Логистика” акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Сергей Миназов. – Күптән түгел беҙ, мәҫәлән, Рязань ҡалаһы станцияһынан Ҡытайға 41 вагон он тейәп оҙаттыҡ. Башҡортостанға бының ни ҡыҫылышы бар тиһегеҙме? Һеҙ тап ошо юлда урынлашҡанһығыҙ һәм “Агроэкспресс”ҡа өҫтәмә вагондар таҡтырып ебәрә алаһығыҙ. Өфөләге Черниковка станцияһында ундай техник мөмкинлек бар.

Донъя баҙарына сығарылған продукцияның төп өлөшөн, тәбиғи, сәнәғәт продукцияһы алып тора. Әгәр ҙә 2017 йылдың 31 декабренә ҡарата республикала етештерелгән конкурентлыҡҡа һәләтле сәнәғәт продукцияһының өлөшө 1 828,6 АҠШ доллары тәшкил итһә, быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса ул 2 081,1 миллион долларға етте, киләһе йыл был күрһәткес 2 290,1 миллион булыр, ә 2024 йылға 3 315,7 миллион долларға тиңләшер тип күҙаллана.

– Донъя баҙарында көнәркәшлек ҙур икәнлеге бәхәсһеҙ, шуға күрә конкурент­лыҡҡа һәләтлелекте күтәреү буйынса корпоратив программа ҡабул ителде, – тине кәңәшмәлә республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев. – Бында, әлбиттә, сит илдәргә һатырлыҡ продукция сығарыу тураһында ғына һүҙ бармай, илдең эске баҙары ла сифатлы тауарҙарға мохтаж. Корпоратив программаның аныҡ һәм барлыҡ компаниялар иғтибарына еткерелгән механизмы эшләнде: тәүҙә предприятиелар ғариза бирә, уларҙы федераль кимәлдә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, ә төбәк әһәмиәтендә булған етештереүселәрҙе ил субъектының вәкәләтле органы һайлап ала, артабан уларҙың лайыҡлы тип табылғандары ведомство-ара комиссия төҙөгән исемлеккә индерелә, шунан был предприятиелар банктан ташламалы процент менән финансланыу мөмкинлеге һәм программала ҡаралған башҡа дәүләт ярҙамын ала башлай.

Дөрөҫ, бындай предприятиелар дәүләт ярҙамын алып һәм уны үҙ технологиялары өсөн тотоноп ҡына ҡала алмай, ә бының өсөн отчет тоторға ла бурыслы, йәғни улар өсөн яуаплы осор башлана ғына әле. Нигеҙ күрһәткесе итеп был механизмда 2017 йыл йомғаҡтары алынған. Предприятие ошо осорҙан алып экспорт күләмен нисек арттыра барыуы тураһында Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына йыл һайын отчет биреп торасаҡ.

Әгәр ҙә предприятие программаның үтәлеше буйынса ыңғай һөҙөмтә күрһәтә алмаһа, министрлыҡ уны ташламалы хаҡҡа финанслаған банкты субсидиялауҙы туҡтатып тора. Предприятие ағымдағы йылдың аҙағына саҡлы һөҙөмтә күрһәткесенең артта ҡалыуын бөтөрә алмаһа, министрлыҡ программала ҡаралған килешеүҙе өҙә.

Корпоратив программаға ярашлы, төбәк әһәмиәтендәге етештереүселәр исемлегенә Башҡортостандың түбәндәге предприятиелары инә алды:

“Башҡортостан сода компанияһы”, “Салауатстекло”, “Красный пролетарий”, “Ишембай махсуслашҡан химик ката­лизаторҙар заводы”, “ОЗНА – үлсәү приборҙары”, “Стеклонит”, “Стәрле­тамаҡ нефть химияһы заводы” акцио­нерҙар йәмғиәттәре, “Өфөмебель”, “Поток – Торба компанияһы”, “Акрил Салауат”, “РН-кат”, “Көньяҡ Урал үлсәү заводы”, “Башҡортостан быяла ком­панияһы”, “Стәрлетамаҡ катали­за­торҙар заводы”, “Рус Купорос ком­панияһы” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәттәре.

Мөмкинлектәр ҙур, файҙалана беләйек

Байтаҡ төр продукция буйынса беҙҙең республика донъя баҙарына еңел үтеп инә һәм билдәлелек алған. Улар иҫәбендә кальцийланған сода, синтетик каучук, бензол, көкөрт һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Ә терефталь һелтеһе, фенол рәүешендәге “Агидол” буйынса Башҡортостан берҙән-бер етештереүсе булып тора.

– Башҡортостандың экспортты арттырыу мөмкинлектәре ҙур, – тине республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова. – Тәбиғи, был сеймал тармаҡтарына ғына ҡағылмай. Мәҫәлән, машиналар эшләү комплексы турбореактив двигателдәр, пассажир автобустары һәм тармаҡтың башҡа предприятиелары төрлө продукция тәҡдим итә ала. Ундайҙар иҫәбендә Туймазы автобетоновоздар, Өфө “Гидравлика”, Күмертау авиация предприятиеһын атарға мөмкин. Был мөһим йүнәлештә республикабыҙҙың муниципаль берәмектәре лә әүҙем ҡатнаша ала.

Беҙҙең баҫыуҙар Европа баҙарында таныла

Эйе, ауыл хужалығы ла хәҙер донъя баҙарына әүҙемерәк ынтыла башланы һәм бындай предприятиеларҙың һаны ла ишәйә бара. Былтырғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостандың 41 муниципалитетынан 809 компания экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Улар Хөкүмәт тарафынан да ярҙамһыҙ ҡалмай: былтыр 10 муниципалитеттағы 32 компания республика ҡаҙнаһынан продукцияны сит илдәргә ташыуға киткән транспорт сығымдары өсөн субсидия алған.

Аграр тармаҡ коллективтары үҙ продукцияһын сит ил ҡулланыусылары алдында танытыу буйынса эштә лә йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлгә күтәрелә. Быйыл ғына ла, мәҫәлән, 14 муници­палитеттың 126 предприятиеһы 24 халыҡ-ара күргәҙмәлә һәм бизнес-миссияла ҡатнашҡан. Был сараларға Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына экспорт буйынса ярҙам үҙәге етәкселек итте. Ә ике муниципалитеттың алты предпри­ятиеһы һигеҙ халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамын алыуға өлгәшкән. Ун муниципалитеттағы 23 ауыл хужалығы предприятиеһы – Бөтә Рәсәй “Йыл экспортеры” төбәк-ара конкурсында уңышлы сығыш яһаған коллективтар.

Тәүге аҙым яһағанда ярҙам кәрәк

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты Башҡортостанда үҙ эсенә биш төбәк проектын ала һәм уларҙы финанслау өсөн ҡаҙнанан 4 миллиард 782 миллион һумдан ашыу бүлеү ҡаралған. Ошо милли проекттың төп йүнәлештәренең береһе – донъя баҙарына республикала етештерелгән конкурентлыҡҡа һәләтле тауар сығарыу.

Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ошо эшмәкәрлегендә ярҙам күрһәтеү дауам иткән: 32 предприятиеға донъя баҙарына сығыу өсөн транспорт сығымдарына 27,7 миллион һум субсидия бирелгән. Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм бизнес-миссияларҙа иҡтисадтың ошо өлкәһенә ҡараған 126 компания йәмғеһе 24 тапҡыр ҡатнашҡан һәм һөҙөмтәлә сит ил фирмалары менән дөйөм суммаһы 276,2 миллион һумлыҡ 63 килешеү төҙөүгә өлгәшкән.


Маҡсат – экспортерҙар һанын ике тапҡырға арттырыу

Башҡортостандың экспорт ҡеүәте йылдан-йыл арта бара. Дөрөҫ, быйылғы тәүге айҙарҙа тышҡы сауҙа әйләнеше күпме­гәлер кәмегән. Әммә ҡайһы бер ҙур пред­приятиеларҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар артабан экспорт йүнәлешендә йылдамыраҡ алға барыу өсөн башҡарыла. Республика Хөкүмәте 2024 йылға экспортерҙар һанын ике тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйған.

Донъя баҙарына оҙатылған һәм сеймалға, шулай уҡ энергетика тармағына ҡарамаған продукция был осорға 3,8 миллиард, ә хеҙмәтләндереү төрҙәрен экспортлау 0,45 миллиард долларға етергә тейешле.

Әлеге көндә донъя баҙарына беҙҙең төбәктән оҙатылған тауарҙың 45 проценты сеймал етештереүгә ҡарамаған тармаҡ­тарға тура килә. Ошо йүнәлеште тиҙләтеү маҡсатында Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәтселек советы ойошторолдо, Башҡортостандың Экспорт каталогы һәм Экспорт картаһы булдырылды. Беҙҙең республика экспортты алға ебәреүҙең берҙәм системаһына тоташтырылған. Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкиллек­тәрендә Башҡортостандың экспорт ҡеүәтенең исем туйҙары даими үткәрелеп килә. Бынан тыш, республиканың донъя баҙарына йөҙ тотҡан предприятиелары күсмә сараларҙы ла йыш ойоштора.
Читайте нас: