Йәнтөйәк
+11 °С
Ясна
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ғинуар 2020, 14:26
БР Башлығының матбуғат секретары итеп Диана Ихсанова тәғәйенләнде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән БР Башлығы матбуғат секретары итеп Диана Ихсанова тәғәйенләнде.
Белешмә:
Диана Винер ҡыҙы Ихсанова 1995 йылдың 29 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының
Яңы Ҡыйышҡы
ауылында тыуған.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 2015 йылда шәхси эшҡыуар булараҡ башлаған.
2016–2018 йылдарҙа – «МИР: Молодёжь. Идеи. Развитие» йәштәр мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире.
2018 йылда –
«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты
нда әйҙәүсе белгес.
2018 йылда – «Башҡортостан» ТРК-һы ДУП-ы белгесе.
2018–2019 йылдарҙа – БР Башлығы Хакимиәте ҡарамағындағы халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәттәре буйынса эш төркөмө хеҙмәткәре.
Фото: БР Башлығы сайтынан
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: