Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2019, 18:35

Иғтибар үҙәгендә – энергетика хәүефһеҙлеге

Республика Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Ултырышта энергетика хәүефһеҙлеге төп тема булды.

Тулы хоҡуҡлы вәкил әйтеүенсә, округ алға киткән ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика потенциалына эйә. Ул – “йәшел электр энергияһын” файҙаланыу буйынса ла алдынғыларҙың береһе. Мәҫәлән, Башҡортостанда Бүребай, Бөгөлсән, Иҫәнғол ҡояш электр станциялары ғәмәлгә индерелгән. 2024 йылға тиклем тағы ла бер нисә ҡояш генерацияһы объектын төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, республикала Рәсәйҙә тәүге ел электр станцияларының береһе – “Төпкилде” эшләй.
Ултырышта шулай уҡ йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде. Игорь Комаров, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль өлкә объекттарын йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙе тулы хоҡуҡлы вәкил аппараты даими контролдә тота, әле яғыулыҡ-энергетика комплексы тороҡло эшләй, тип билдәләне.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: