– Мин һеҙҙең менән тыйылған ғәмәлдәрҙе ҡылғанға тиклем генә эшләйем, – тине бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә мәлендә. – Беҙ һәр ваҡыт матбуғатты ҡарап барабыҙ һәм миңә Хәйбулла районындағы хәл буйынса мәғлүмәттәр килеп етте. Контроль идаралығын эште тикшерергә ебәрҙем, улар белдереүенсә, был туҡталыштар өсөн хаҡ ике тапҡыр тиерлек арттырылған. Александр Сидякин был райондағы хәлде тикшерегеҙ һәм тәҡдимдәр әҙерләгеҙ: кем ғәйепле һәм нимә эшләргә?
Контроль идаралығының тикшереүе һөҙөмтәһе буйынса, туҡталыштар ҡиммәтерәк хаҡҡа эшләнеп кенә ҡалмаған, ә проекттан да күпкә айырыла икән. Смета һәм контракт буйынса бер павильондың хаҡы 95,9 мең һум тәшкил итә, барлығы ун туҡталыш төҙөлгән. Уларҙың һәр береһенең хаҡы ике тапҡырға арттырылыуын иҫәпкә алғанда, 500 мең һум самаһы зыян килгән. Эштең материалдары хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән.