Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
4 Октябрь 2019, 13:53
5 һәм 6 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә
5 һәм 6 октябрҙә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре була. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика етештереүселәренең сифатлы продукцияһын түбәндәге майҙансыҡтарҙа һатып алырға мөмкин:
5 октябрҙә:
— Хәҡиҡәт урамы буйындағы автомобиль юлы участкаһында — Таллин урамынан алып Ухтомский урамына тиклем;
— Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында;
— Мушников урамы һәм Баландин бульвары сатында;
— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;
— Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;
— Солтанов урамындағы 2-се йорт янындағы трамвай ҡулсаһы биләмәһендә;
— Спорт һарайы алдында;
— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
— Йәштәр һарайы алдында.
6 октябрҙә:
— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда;
— Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында;
— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;
— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда.
Уҙған аҙнала Башҡортостандың 43 районынан килгән ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр Өфө йәрминкәләрендә тәбиғи аҙыҡ-түлек менән сауҙа итте.
Бер килограмы 250-2000 һум менән 26,5 тонна бал, бер килограмы 12-18 һумдан 200 тоннаға яҡын картуф, шулай уҡ 116 тоннанан ашыу төрлө йәшелсә һатыуға сығарылды. Шуларҙың 87 тонна самаһы — башлы һуған, уның бер килограмы 13-20 һумдан тәҡдим ителде.
Ул саҡта ауыл хужалығы йәрминкәләренә 14 меңгә яҡын кеше килде.
http://www.bashinform.ru/news/1361663-5-i-6-oktyabrya-v-ufe-sostoyatsya-selskokhozyaystvennye-yarmar...
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять