Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 10 миллиард һум йүнәлтелә (һәр йүнәлешкә 5-шәр миллиард һум). Транспорт Рәсәйҙең «ГАЗ», «УАЗ», «Форд Соллерс Елабуга», «ПАЗ», «КАВЗ» заводтарынан һатып алына.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһына 14 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле (В класлы) һәм 10 реанимобиль (С класлы) бүленә. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 30 машинаға ғариза яҙғайны, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Төбәккә мәктәп автобустары һатып алыу 21-24 пассажир һыйҙырышлы 28 машинанан, 31-ҙән күберәк пассажир өсөн бер автобустан, 13-20 кешелек —алты, 10-12 пассажир өсөн ике автобустан тора.