Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Август 2019, 13:34

Радий Хәбиров Башҡортостандың махсус иҡтисади зона булдырыуға ғаризаһына ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында «Алға» махсус иҡтисади зона булдырыуға ғаризаһына ҡул ҡуйҙы. Тиҙҙән документтарҙы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ҡарауға ебәрәләр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомство-ара эшсе төркөм Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса махсус иҡтисади зона статусын алыуға ғариза төҙөгән. Уның составында — республика Хөкүмәте, Иҡтисади үҫеш министрлығы, власть органдары, шулай уҡ муниципалитет хакимиәттәре вәкилдәре. Идарасы компанияның бурысы Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына йөкмәтелгән.


Махсус иҡтисади зонаға ҡараған дүрт участканың дөйөм майҙаны (һәр районда икешәр) — 468,8 гектар.


Биләмәне үҙләштереү өсөн бында республика булышлығында электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәре, автомобиль һәм тимер юл транспорты өсөн инә торған юлдар төҙөйҙәр. Аҡсаның күләме — 6 миллиард һум самаһы.


Ете потенциаль резидент махсус иҡтисади зона биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ниәттәрен раҫланы ла инде. Улар — нефть химияһы, приборҙар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары.


Республика Хөкүмәте бөтә инвесторҙар менән тейешле килешеүҙәр төҙөгән. Көтөлгән инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 24 миллиард һум тәшкил итә.


Артабан махсус иҡтисади зона биләмәһе яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн киңәйтелеүе мөмкин.


Республика етәксеһе билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостандың ғаризаһын хупларға әҙер. Бына алда был башланғыс Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа тикшерелде.



«Ыңғай ҡарарға ирешеү өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк. Иң мөһиме, федераль кимәлдә хуплау бар, потенциаль проекттар бар. Барыһы ла килеп сығыр тип өмөтләнәбеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Читайте нас: