Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Август 2019, 17:16

Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре яҡшы

Әммә был тынысланырға сәбәп түгел. Республика хөкүмәтендә Башҡортостандың социаль – иҡтисади үҫешенә ярты йыллыҡ йомғаҡтарҙы барлап Рәдий Хәбиров шулай тине.

Сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, бихисап тармаҡтарҙа үҫеш күҙәтелә. 2019 йылдың беренсе ярты йыллығы прогноз күрһәткесәтәренән дә яҡшы булып сыҡты. Сәнәғәт индексы 4,4 процентҡа үҫкән. Тәү сиратта файҙалыҡаҙылмалар сығарыу һәм нефть эшкәртеү иҫәбенә, улар 12 һәм 18 процентҡа күберәк. Ә электр ҡоролмалары етештереү һәм машиналар эшләү тармаҡтары күрһәткестәрен 1 ярым тапҡырға арттырған. Һуңғыһына республикала йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу ҙа ыңғай тәьҫир итте.


Әйткәндәй, йылдар дауамында йыйылып килгән көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү, автобустар паркын яңыртыу, мәктәп-балалар баҡсалары төҙөү, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, юл фондын арттырыу бюджетҡа өҫтәмә йөк булып ята. Ярты йыллыҡта килем 105,7 млрд тәшкил итһә, сығымдар 2 миллиард һумға әҙерәк булған. Һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр ауыл хужалығында кире тенденция туҡтатылды. Тауар етештереү былтырғынан кәм түгел, йыл аҙағына 1,6 процент үҫешкә сығырға иҫәп тота аграрийҙар.


Республика өсөн мөһим тармаҡты федераль программалар ярҙамында йәнләндереү мөмкинлегенән файҙаланып ҡалырға кәрәк тине Радий Хәбиров. Төҙөлөш тармағы Рәсәйҙә ҡатрмарлыҡтар кисереүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда үҫеш туҡтамай. Инвестиция йәлеп итеү буйынса булған ҡатмарлы хәл дә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, эшҡыуарлыҡ 6 ай эсендә үҫеш күрһәткестәрен 4 тапҡырға арттырған. Ә бына үлемде кәметеү һәм тыуым буйынса хәл яҡшынан түгел. Демография түбәнәйә. Шулай ҙа Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда хәл тотороҡло ҡала. Тыуымды арттырыу маҡсатында быйылдан бала ҡарауға сертификаттар булдырыла.Демографияға ыңғай тәьҫир итер 121 социаль объект быйыл сафҡа инергә тейеш. Ә бына үлем күрһәткестәрендә тәүге урындарҙа торған яман шешкә ҡаршы көрәштә район – ҡалаларҙа булдырылған онкоүҙәктәр ҙә хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тейеш.

Читайте нас: