Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, әле 92-се бензиндың бер литры уртаса 42,23 һум, 95-се — 45,65 һум, 98-се — 51,38 һум, дизель яғыулығы 46,14 һум тора.
Башҡортостанда АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензиндың хаҡы үҙгәрмәгән. Төбәктә уртаса хаҡ — 41,89 һәм 44,82 һум. Ә 98-се бензин 0,1% ҡиммәтләнгән. Бөгөн уның бер литры 49,92 һум тәшкил итә (август башында — 49,84 һум).