Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Август 2019, 17:18

Радий Хәбиров Благовещенда яңы биҫтәләрҙәге инфраструктура мәсьәләләрен тикшерҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Благовещенға эш сәфәре 1993 йылда төҙөлә башлаған һәм һаманғаса дауам иткән Төньяҡ биҫтәһе менән танышыуҙан башланды. Дөйөм алғанда, бында 2500-ҙән ашыу ер участкаһы бүленгән.

Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Бадыҡшанов һүҙҙәренсә, бөгөн бында меңдән ашыу кеше йәшәй. Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре яйлап хәл ителә. 2011 йылдан дөйөм суммаһы 5,6 миллион һумға 5 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы һыу үткәргес селтәре һуҙылған. Хәҙер өс этапҡа бүленгән эштәр дауам итә. 14,3 саҡрымы һуҙылған, 2020 йылда тамамланырға тейешле эштәрҙең дөйөм суммаһы 103 миллион һумға баһалана. Благовещен башлығы һыу менән тәьмин итеү эштәрен комплекслы башҡарыу өсөн Радий Хәбировтан 2020 йылға планлаштырылған аҡсаның бер өлөшөн быйылға күсереүҙе һораны. Республика етәксеһе быны хупланы.


Биҫтәлә газ үткәреү ҙә дауам итә, урамдарҙың бер өлөшө зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған да инде. Артабан газ үткәреү өсөн кәрәкле сығымдар 35 миллион һум тәшкил итә. Юлдар һалыуҙа ла республика бюджетынан финанс ярҙамы кәрәк. Биҫтәләге юл япмаһының дөйөм оҙонлоғо — 47 саҡрым. Радий Хәбиров республика ҡалаға юл техникаһы менән ярҙам итәсәген билдәләне. Был юлдарға ваҡ таш түшәү эштәрен тиҙерәк һәм арзаныраҡҡа башҡарырға мөмкинлек бирергә тейеш. Тышҡы яҡтыртҡыстар ҙа ҡала бюджеты аҡсаһы иҫәбенә үткәрелә, ләкин, ҡала биләмәһе башлығы һүҙҙәренсә, муниципаль аҡса етмәй. Тотош биҫтәгә яҡтыртҡыстар ҡуйыу өсөн 35 миллион һум кәрәк.


Радий Хәбиров муниципалитет етәкселеге һәм биҫтәлә йәшәүселәр менән аралашҡандан һуң яңы биҫтәләрҙә һыуға, газға һәм юлдарға төп иғтибар биреүен әйтте. Тәү сиратта шулар эшләнергә тейеш. Радий Хәбиров ҡала һәм район етәкселегенә халыҡ менән йышыраҡ аралашырға һәм ағымдағы проблемалар буйынса аңлатма бирергә ҡушты.

Читайте нас: