Бөтә яңылыҡтар
Иғландар
13 Апрель 2022, 09:55

14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө

Башҡортостанда 14 апрелдә 10.00 - 17.00 сәғәттәрҙә, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына ярашлы, Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙғарыла. #ҡоролтай  #ВсемирныйКурултайБашкир  #ТрезвоеСело2021  #АйыҡАуыл202  

14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө
14 апрель - Берҙәм ғаилә консультациялары көнө

 

 

Борай районының  Ғаилә хеҙмәте Берҙәм ғаилә консультацилары көнө үткәрә. 

14 апрелдә 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем  Башҡортостан Республикаһында “Айыҡ ауыл- 2021” конкурсы сиктәрендә  күсмә берҙәм ғаилә консультациялар көнө үтәсәк. Белгестәр  халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк: ғаилә ағзаларына  нисек опека юлларға? Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды нисек юлларға? Халыҡ мәшғүллеге үҙәге вакансиялар  нимәләр тәҡдим итә? Нисек  яңы һөнәр үҙләштерергә? Алкоголгә йәки наркотиктарға бәйлелектә булған Яҡын кешеңә Нисек ярҙам итергә?   Ғаиләлә көс ҡулланғанда ни эшләргә? Табип-нарколог, опека һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре, белгестәр үҙәгендә «Ғаилә», халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте белгестәре, юрист  кеүек квалификациялы белгестәр ярҙам тәҡдим итә. Башҡортостан Республикаһы райондарында  ғаилә көнөнөң  ваҡытын һәм үткәреү урынынын https://www.семьярб.рф/fam  ғаилә берҙәм порталында  белергә мөмкин.

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Читайте нас: