Бөтә яңылыҡтар

Фольклориада ҡауыштыра ла!

Румыниянан килгән «Martisorul» студенттар фольклор коллективы егеттәрен Асҡын ҡыҙҙары әсир иткән.

Румыниянан килгән «Martisorul» студенттар фольклор коллективы үҙенең дәртле йырҙары һәм бейеүҙәре менән асҡындарҙы ҡыуандырған.
Ансамбль 1957 йылдың февралендә төҙөлгән. 60 йылдан ашыу тарихында төрлө халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булған.
Бейеүсе Габриэла: “Үҙ күҙем менән Башҡортостандың хозур киңлектәрен күргәнгә, яҡшы кешеләр менән танышҡанға ифрат бәхетлемен”, - тигән.
«Martisorul» коллективы тәү сығанаҡтағы румын халыҡ йырҙарын һәм төрлө этнографик зоналарының бейеүҙәрен башҡара. Фольклориадаға 18 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге 33 артист килгән.
Ансамбль егеттәрен Асҡын ҡыҙҙарының матурлығы әсир иткән.
Ансамблдә бергә шөғөлләнгән Алекс менән Анда инде күптән дуҫлашып йөрөгән. 8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө икәнен белгәс, Алекс һөйгәненә Асҡында уҡ тәҡдим яһаған!
Фото: "Йәнтөйәк" гәзите.
Автор:Равиля Гатауллина
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: