Бөтә яңылыҡтар

Асҡын оҫталары һоҡландырҙы

Районыбыҙ талантлы, оҫта, йүнсел кешеләргә бай. Бөгөн районыбыҙҙа уҙыусы VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә район Мәҙниәте йорто эргәһендәге майҙанда Асҡын оҫталарының күргәҙмәһе эшләй.

Асҡын ауылында йәшәүсе кейеҙ баҫыу оҫтаһы Фәридә апай Хөснөтдинова 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһын көтөп ала. Донъяуи сараға бағышлап ул кейеҙ келәм дә баҫҡан.
Фәриҙә апайҙың тормош иптәше Ғәйнетдин ағай ҙа күргәҙмәлә ҡатнаша. Ул танылған балта оҫтаһы. Уның семәрләп биҙәп эшләгән һандыҡтарын, тәҙрә йөҙлөктәрен, ултырғыстарын, көйәнтәләрен күрше райондарҙан да һорап киләләр. Хөснөтдиновтар “Халыҡ оҫтаһы” тигән маҡтаулы исемде лә лайыҡлы йөрөтә.
Ҡыйғаҙынан Илшат Ғәлиев та ағастан сырлап, семәрләп эшләгән ҡул эштәрен күргәҙмәгә алып килгән.
Иҫке Мутабаштан килгән Ильвера Хәбибуллинаны ла белмәгәндәр һирәктер. Оҫта тегеүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күҙ яуын алырлыҡ милли биҙәүестәр яһай.
Асҡын ауылында йәшәүсе сигеү, тегеү һәм бәйләм бәйләү оҫтаһы Фәниә апай Әхмәтованың ҡул эштәренән һәр ваҡыттағыса нур бөркөлә. Уның алтын ҡулдары тыуҙырған матурлыҡты әллә ҡайҙан танып була. Ул үҙе шөғөлләнгән “Ак калфак” татар халыҡ фольклор ансамбле ағзаларына ла алъяпҡыстар тегеп, матур итеп сигеп бирә. Ҡурсаҡтар өсөн дә милли кейемдәр тегә Фәниә апай.
Һуңғы йылдарҙа танылыу яулап өлгөргән Гүзәл Ғәйнуллина Ҡарткиҫәк ауылында тегеү оҫтаханаһы асты. Уның теккән кейемдәрен дә халыҡ яратып ала.
Бөрмә ауылынан килеүсе Виктор Бычин тал сыбыҡтарынан кәрзин үреү серҙәре менән бүлеште.
Асҡыныбыҙҙы сит илдәргә лә танытып өлгөргән рәссамыбыҙ Гөлсиәр Сәғитованың ижад емештәре күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Оҫта туҙға һүрәт төшөрөп, бынамын тигән картиналар тыуҙыра. Уның ижад емештәрен халыҡ бүләккә һатып ала.
Иҫке Ҡаҙансы ауылының шиғри күңелле, ижади ҡарашлы әүҙем ағинәйе Мәмдүнә Зарипова тыуған яғыбыҙҙағы шифалы үләндәрҙе йыйып, киптереп алып килгән. Мәмдүнә апай уларҙың шифаһы тураһында һөйләне, уларҙы ҡалланыу буйынса кәңәштәрен бирҙе.
Быйма баҫыу серҙәрен яҡшы белгән Фәтих Ғарифуллин ҡарткиҫәктән килгән. Оҫта бөгөн онотолоп барған кәсеп тураһында һөйләне.
Сәйләндән биҙәүестәр һәм башҡа сувенирҙар яһау оҫталары Лилиә Рәжәпова менән Гүзәл Емельянованың ҡул эше өлгөләре лә бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы һәм был шөғөлгә дәртләндерҙе.
Ҡыҫҡаһы, оҫталар күргегеҙ килһә — күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: