Бөтә яңылыҡтар

Мишкә районы халҡы Фольклориада ҡунаҡтарын көтөп алды

Мишкә районы халҡы һабантуй майҙанына йыйылды. Өлкән быуын вәкилдәре, йәштәр, балаларға сит ил ҡунаҡтары алып килгән тамаша ҡыҙыҡ ине.

Ҡул эштәре оҫталары ла үҙ өлгөләрен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Бөрө ҡалаһынан “Аҡ йылға” артеле мәрйен, таш, аш-һыу өсөн йыһаздар, ҡурсаҡтар алып килде. Макраме үреү буйына оҫта Эльза Нафиҡова ҙур күргәҙмә тәҡдим итте.
Ҡунаҡтар юлдан килеп, ял иткән арала райондың фольклор ансамблдәре – “Ручейки”, “Ший памаш”, “Акарт”, “Хазина” һәм башҡалар сығыш яһаны.
Сараны асыу тантанаһында Бөтә донъя фольклор ойошмаһы Президенты Филипп Боссан райондың ҡунаҡсыллығы, тәбиғәте менән һоҡланыуын йәшермәне. Башҡортостан Башлығы аппараты вәкиле Зөлфиә Ғәрифуллина район халҡына ҙур рәхмәт белдерҙе. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, район хакимиәте башлығы Павел Трапезников мишкәләрҙең был байрамды көтөүен, милли йолаларҙы, милли аш-һыу өлгөләрен күрһәтеп, ҡунаҡтарҙың үҙҙәре менән танышырға теләүен белдерҙе. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: сарала бөтә эпидимиологик-санитар нормалар үтәлде.
Сәхнәгә тәүгеләрҙән булып Төньяҡ Македониянан “Илинден” ансамбле сыҡты. Белорус Республикаһынан “Лирники”, Эквадорҙан “Донъя үҙәге” ансамблдәренең сығыштары халыҡ күңеленә хуш килде. Румыниянан килгән “Мартышорыл” фольклор ансамбленең сығыштарында мари халҡының ҡайһы бер хәрәкәттәре танылып ҡала. Фәләстиндән “Гурбадж ладжи” бейеү коллективы тамашасыларға "Шәһризада менән Алладин" әкиәтен күрһәтте һәм сағыу костюмдары менән арбаны. Ике сәғәт дауам иткән тамашаны “Эсентенарио” коллективы тамамланы.
Мишкә халҡы һәр сығышты алҡышлап ҡеүәтләне. Тамашанан һуң иркенләп аралашыу, фото төшөү мөмкинлеге менән файҙаланып, халыҡ ҡунаҡтарҙы уратып алды.
Пандемия осоронда бындай ихлас аралашыуҙарға сарсағаныбыҙҙы күрһәтте был дуҫлыҡ байрамы.
Сығанаҡ авторы: Венера Әғләмова.
Автор: Лилия Нуретдинова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: