– Фольклориаданың тап Өфөлә үтеүе ике тапҡыр уңышлы. Хәҙер мотлаҡ рәүештә мин һеҙҙең ҡаланы иң йәшел һәм иң изге күңелле кешеләр йәшәгән төйәктәр исемлегенә индерәсәкмен. Һеҙҙең урамдарҙа кешеләр йылмайып йөрөй! – тигән ул.
Өфө ресторандарының береһендә бөгөн Оскарға башҡорт айранында рус окрошкаһын эшләргә өйрәткәндәр. Йәш йырсы фекере буйынса, ингредиенттар сәйерерәк, ул нимә килеп сығырын ҡыҙыҡһынып көткән.
“Тәмле! Сәйер булһа ла, тәмле, – тигән ул һөҙөмтәлә. – Мотлаҡ рәүештә был рецепты тыуған яғымда ҡулланасаҡмын. Тик бына нисек Колумбиянан айран табырға?”.
Джиада Чиарандини – Италиялағы билдәле "Chino Ermacora" фольк-төркөмө бейеүсеһе. Ул да Рәсәйҙә беренсе тапҡыр.
– Мин Италияның төньяғындағы бәләкәй генә ҡалала йәшәйем. Шуға күрә бындағы бөтә нәмә лә шундай ҙур кеүек тойола, – тип көлә Джиада. – Әле ҡойған рус ҡоймаҡтары ла беҙҙекенән күпкә ҙурыраҡ кеүек. Ресторандың шеф-повары әйтеүенсә, ҡоймаҡҡа соусты итальян шарабы нигеҙендә эшләйәсәкбеҙ, ә махсус карамель эслек башҡорт йүкә балынан буласаҡ.
Бейеү – ҡыҙҙың тормошондағы иң мөһим хоббиһы. Ошо уҡ фольк-төркөмдә ҡасандыр уның әсәһе һәм олатаһы бейегән. Уныңса, фольклор менән бәйле һәр нәмә кешене гармонияға килтерә. Джиада үҙе профессиональ психолог, уның эше кешенең кәүҙәһе менән уйҙарын балансҡа килтереү.
– Бейегән кешеләр һәр ваҡыт башҡаларҙан бәхетлерәк. Шуға саҡ ҡына күңелһеҙ була башлай икән – бейегеҙ! – ти ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.