Бөтә яңылыҡтар

Асҡындар фольклориадаға әҙерләнә

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә район Мәҙәниәт йортонда көн дә репетициялар үтә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 8 июлдә беҙгә 9 илдән ҡунаҡтар киләсәк. Тәүҙә уларға үҙебеҙҙең йолаларыбыҙҙы, фольклорыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы сағылдырған бай концерт программаһы тәҡдим ителәсәк. Концерттан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк. Артабан ҡунаҡтар үҙҙәренең мәҙәниәте, йолалары, милли кейемдәре менән таныштырасаҡ һәм концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара асыҡ һауала үтә. Байрамға килгәндәрҙең битлек кейеүе мотлаҡ.
Асҡындар әҙерләгән концерт программаһына Зәнилә Рыбина етәкләгән “Хазина” халыҡ фольклор коллективы сығышы ла ингән.
Наилә Имаева.
Читайте нас: