Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда үтәсәк Фольклориада тураһында нимәләр белергә кәрәк

Быйылғы йәйҙең иң мөһим мәҙәни сараһын ҡайҙа һәм нисек ҡарарға3-нән 10 июлгә тиклем Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы – халыҡ-ара фольклор байрамы үтәсәк. Ул Олимпиада кеүек дүрт йылға бер тапҡыр ойошторола.

Был ҙур байрамда донъяның тиҫтәләрсә милләтенең бейеүҙәрен, йырҙарын, музыка ҡоралдарында сығыштарын, милли уйындарын һәм кәсептәрен тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ. Уны Фольклор һәм милли сәнғәт фестивалдәре ойошмаларының халыҡ-ара Советы (СIOFF) ойоштора. Бығаса Фольклориада биш илдә – Голландия, Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексикала үтте. Рәсәй ҙур сараны тәүге тапҡыр ҡабул итә.
Башта Фольклориаданы 2020 йылдың йәйендә үткәреү күҙалланғайны, әммә коронавирусҡа бәйле хәл-торош арҡаһында, Владимир Путин сараны 2021 йылға күсереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Эйе, был халыҡ-ара Һабантуй ғына түгел, шуға күрә барыһы ла иң юғары кимәлдә хәл ителә. Рәсми рәүештә Фольклориаданы Рәсәй ҡабул итә. Ә үткәреү урыны итеп Башҡортостан юҡҡа ғына һайланманы: беҙҙә бының өсөн тейешле инфраструктура, мәҙәни потенциал бар. Өҫтәүенә республикабыҙ транспорт бәйләнеше йәһәтенән иң уңайлы төбәк һанала, беҙгә Европанан да, Азиянан да самолет менән осорға мөмкин.

Эпидемиологик хәл-торош арҡаһында бер нисә ил килә алмай, әммә ҡатнашыусылар составы барыбер бик ҙур – 40-тан ашыу ил. Улар араһында – Австрия, Греция, Франция, Эстония, Румыния, Мексика, Швейцария һәм башҡа илдәр. Рәсми делегациялар һәм журналистар ғына 1500 самаһы буласаҡ, шул сама уҡ кеше урында сараны сифатлы үткәреүҙе тәьмин итәсәк. Һәр нәмә санитар талаптарҙы ҡәтғи үтәп башҡарыласаҡ. Барлыҡ ҡатнашыусылар – ҡунаҡтар һәм урындағылар ПЦР-тест тапшырасаҡ, уларҙың тән температураһы даими үлсәнәсәк.

Сара нисек үтәсәк
Сараны асыу тантанаһы 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында була. Унда яҡынса меңгә яҡын артист ҡатнаша. Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм «Русская песня» ансамбле, Кубань казактары дәүләт академия хоры, “Гжель” Мәскәү дәүләт академия бейеү театры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостан Республикаһының профессиональ һәм үҙешмәкәр ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Теләге булған һәр кем фестивалде асыу тантанаһын социаль селтәрҙәрҙәге рәсми пабликтарҙа һәм Өфөнөң өс паркында – «Тулҡын» (Затон), «Беренсе Май» һәм Дим биҫтәһендәге мәҙәниәт һәм ял паркында тура эфирҙа ҡарай ала.

Артабан ҡунаҡтар республика ҡала-райондарына юллана. Башҡортостан шартлы рәүештә дүрт фестиваль округына бүленгән. Концерттар 22 ҡала һәм районда үтә. Бөтә майҙансыҡтар open air алымында эшләй, ябай итеп әйткәндә, концерттар асыҡ һауала ҡуйыла. Сараларға билеттар һатылмай, инеү – ирекле һәм бушлай. Кем нимә теләй – шуны ҡарай.

Билдәле булыуынса, бөтә коллективтар ҙа ниндәй ҙә булһа сюрприз әҙерләй. Мәҫәлән, венгрҙарҙың «Kecskemet» халыҡ бейеүҙәре коллективы башҡорт телендә халҡыбыҙҙың «Ҡарабай» йырын башҡарырға ниәтләй.
Өфөлә ҙур майҙансыҡ эшләйәсәк. Унда фестиваль ҡунаҡтарынан тыш, Надежда Бабкина һәм «Русская песня» ансамбле, Чечня Республикаһының «Вайнах» дәүләт бейеү ансамбле, Кубань казактары хоры, Олена Уутай (4 июль), Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana (5 июль) фолк-проекты сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙән Евровидение йондоҙо Манижа (6 июль), «Plantec» француз коллективы, Мәскәүҙән Һорнайсылар оркестры (7 июль), Ҡаҙағстандан «Ulytau» этно-рок төркөмө (8 июль) һәм «The Hatters» Рәсәй джипси-фолк-рок төркөмө (9 июль) сығыш яһаясаҡ. Ҡунаҡтарҙың концерты 19.00 сәғәттә башлана һәм 23.00 сәғәткә тиклем дауам итә.
Фестивалде барып тамаша ҡыла алмаған кешеләр өсөн бөтә майҙансыҡтарҙан телевидение, шулай уҡ рәсми сайт folkloriada2021.com һәм vk.com/folkloriada2021, instagram.com/folkloriada2021/ пабликтары аша тура тапшырыуҙар ойоштороласаҡ.

Бер ниндәй ҙә ярыш, көнәркәшлек һәм урындар биреү булмаясаҡ. Фольклориада ул ярыш түгел, унда жюри булмай, балдар ҡуйылмай, призлы урындар бирелмәй. Ул – донъяны күреү, үҙең һәм милли мәҙәниәтең, сәнғәтең, кәсептәрең, уйындарың һәм йолаларың менән таныштырыу.

10 июлдә Өфө амфитеатрында сараны ябыу тантанаһы үтә. Унда М.Е. Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры, донъя кимәлендә билдәле музыкант һәм кинорежиссер Әмир Кустурица етәкселегендәге «The No Smoking Orchestra» серб фолк-рок төркөмө һәм башҡа билдәле кешеләр сығыш яһаясаҡ. Байрам салют һәм лазер шоу менән тамамлана.
Фольклориада барған көндәрҙә «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда халыҡ-ара һөнәрҙәр һәм кәсептәр күргәҙмәһе эшләйәсәк.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Фольклориада барышында ҡанатлы толпар Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыла
6 июлдә Бөрйән районында, Йылҡысыҡҡан күле буйында, ҡанатлы толпар Аҡбуҙатҡа оҙаҡ көтөлгән һәйкәлде асыу тантанаһы үтә. Һәйкәл Кәҫле архитектура-художестволы ҡойоу заводында суйындан ҡойолған. Авторы – билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең дөйөм бейеклеге – 5 метр, аттың бейеклеге – 3,5 метр.
Вәт, исмаһам!
Фольклориадала Донъя рекорды ҡуйыласаҡ.
4 июлдә 40-тан ашыу ил вәкиле «Донъя халыҡтары дуҫлығы хороводы»нда әйләнәсәк. Был донъялағы иң ҙур интернациональ әйлән-бәйлән буласаҡ.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Автор: Гульнара Зайнетдинова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: