Бөтә яңылыҡтар

Фольклориада Башҡортостандың киң мөмкинлектәрен күрһәтергә форсат бирә

Бер нисә көндән, атап әйткәндә, 3 июлдә Башҡортостан VI Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡабул итә. Уны үткәреү мөмкинлегенә Өфө оҙон юл үтеп килде.

“Был ниәт 2014 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне”, – тип хәтергә төшөрҙө кисә Башҡортостан юлдаш каналында үткән брифингта БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Өфөнөң ҙур кимәлдәге фольклор фестиваленең баш ҡалаһына әүереләсәге 2015 йылда, CIOFF-тың 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Генераль ассамблеяһында хәл ителгән. Фестиваль былтыр, 2020 йылда уҡ, үткәрелергә тейеш булһа ла, пандемияға бәйле ул кисектерелеп торҙо.
“Фольклориада – ул халыҡ-ара ҙур фольклор фестивале. Уның бурысы, тәғәйенләнеше – донъя халыҡтарын берләштереү. Фольклориаданың беҙҙә үтеүе – республиканың туристик, социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәтеү, республиканы донъяға танытыу мөмкинлеге, – тип аңлатып китте Әминә Шафиҡова. – Был ғәйәт ҙур мәҙәни сара былтыр уҡ үтергә тейеш ине, әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында кисектерелде.
Төрлө илдәрҙән фольклориадала ҡатнашыусылар, беҙҙең коллективтар был иҫтәлекле сараны ике йыл буйы көттө. Фольклориада яңы вирус менән бәйле хәлде ауырлаштырып ебәрмәһен, ауырыу таралмаһын өсөн, ҡаты санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары күрелә. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе лә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла, мәҙәниәт министры ла аныҡ аңлатып китте. Алдағы яҙмаларҙа ул турала һөйләгәйнек инде.
“Өфө-Арена”ла Фольклориаданы тантаналы асыу сараһына саҡырыу буйынса ғына индерәсәктәр. Һис шикһеҙ, унда килеүселәрҙең дә – ҡунаҡтарҙыңмы ул, ҡатнашыусыларҙыңмы, тамашасыларҙыңмы – эпидемиологик хәүефһеҙлеккә бәйле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәне күҙәтеләсәк.
Концерттарҙы республика халҡы БЮТ, Башҡортостан-24 каналдары аша ҡарай ала. Өфөләр, баш ҡала ҡунаҡтары “Тулҡын”, “Беренсе Май”, “Дим” парктарында ойошторолған фан-зоналарҙа тура эфирҙа ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Асыҡ һауала үткән сараларға тамашасылар килә ала, әммә улар ҙа санитар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә бурыслы.
Фольклориада ваҡытында ҡайҙа, ниндәй майҙанда, ниндәй саралар үтәсәге хаҡында фестивалдең рәсми сайтына инеп, программаны ҡарап белергә мөмкин. Сайттан бөтә донъяға байрамдың тура трансляцияһы ойоштороласаҡ. Унда инглиз, француз телендә аңлатылыу ойошторола.
Автор: Равиля Гатауллина
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: