Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор

“Семыҡ” байрамын билдәләнеләр

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Балтас районы Мағашлы-Алмантай ауылында "Семыҡ" байрамы уҙҙы.

Семыҡ мари халҡының иң көтөп алған һәм яратҡан байрамдарынан һанала. Йола байрамы йәй айының башланыуын хәбәр итә, йәй айы фасылын асып ебәрә. Семыҡта ҡатнашыусыларҙы Түбән Һикеяҙ ауыл биләмәһе вәкиле Резеда Хәлил ҡыҙы Закирова сәләмләп, Рәхмәт хаты тапшырҙы. ООО "Агропрофи" генераль директоры Айрат Васфый улы Әҡбәров ауыл халҡын байрам менән ҡотлап, "Агропрофи" хеҙмәткәрҙәрен бүләкләп үтте.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң "Ужара" халыҡ фольклор ансамбле һәм уның солистары ҡатнашлығында концерт булды.
Гөлназ Ғәлләмова.
Читайте нас