Бөтә донъя Фольклориадаһы барышында Өфөлә милли кейемдәрҙә тантаналы йөрөш һәм халыҡтар дуҫлығы әйлән-бәйләне була. Унда 48 илдән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. Фольклориада ҡунаҡтары төрлө халыҡ көйҙәренә күмәкләп бейей.
“Халыҡтар дуҫлығы әйлән-бәйләне донъя рекордтары китабына индереү өсөн тәҡдим ителә”, - ти республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Артур Әлибәков.
Бөтә донъя Фольклориадаһы 3-10 июлдә үтә. Башҡортостанға 48 илдән 2 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә.