Асҡын ауылында йәшәүсе Хөснөтдиновтар ҙур теләк менән өйрәнгән шөғөлдәренең серҙәрен ихлас бүлешеүе, һәр саҡ оҫталыҡтарын камиллаштырып тороуҙары менән халыҡ араһында күптән инде абруй ҡаҙанды. Ғәйнетдин ағай — ағас эше, ә Фәридә апай кейеҙ баҫыу оҫтаһы.
Фәридә Сәхип ҡыҙы быйыл июль айында үтәсәк 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһына атап, матур итеп яңы кейеҙ келәм баҫҡан. “Был келәмде ҙур теләк менән эшләнем. Ҡоролай баҫыу юлы, йәғни махсус энә менән төрткөләп баҫтым. Быйыл тағы ла Көҙәй нәҫеле шәжәрәһен дә кейеҙгә төшөрөп эшләнем, бик матур килеп сыҡты. 27 июндә Өфөлә кейеҙ менән эшләүселәр өсөн осрашыу буласаҡ. Мин дә унда ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтырға ниәтләп торам”, — тип пландары менән дә бүлеште Фәридә апай.