Яңы Ҡара менән Иҫке Ҡара ауылдары уртаһында урындағы халыҡ «Арҡа өҫтө» тип атап йөрөткән тау башында Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова етәкселегендә Яңы Ҡара һәм Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре берлектә "Миндек байрамы"н әҙерләп күрһәтте.
Хоҙур тәбиғәт ҡосағында үткән байрамда "Ағинәйҙәр ҡоро" республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, "Ағинәйҙәр ҡоро" район ойошмаһы рәйесе Йәриә Ялалтдинова, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова, Асҡын ағинәйҙәрен етәкләүсе Зимфира Закирова, әүҙем ағинәй Нурия Шәрәфетдинова, Табаҫҡытамаҡтан әүҙем, рухлы ағинәй, башҡорт теле һәм тарих уҡытыусыһы Глафира Фәйершина, Район клуб-китапхана системаһы директорының китапханалар эше буйынса урынбаҫары Фәридә Дәүләтшина, Иҫке Ҡаҙансы, Урманкүл, Иҫке Мутабаш ағинәйҙәре һәм Яңы Ҡара ауылы ҡатнашты.
Яңы Ҡара ауылы клубы методисы Гөлнара Шәйхинурова йәнле итеп алып барған байрам шундай йылы мөхиттә уҙып, халҡыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт менән һуғарылғайны. Ағинәйҙәр сарала ҡатнашыусыларға миндек әҙерләү серҙәрен асты, төрлө ағастан әҙерләнгән миндектәрҙең шифаһы тураһында һөйләне, хатта “ялан мунсаһы”н әҙерләп, мунса инеү, мунсанан сыҡҡас шифалы сәйҙәр эсеүҙе лә сәхнәләштереп күрһәтте.
Байрам һуңында милли аш-һыуҙарҙан әҙерләнгән табында күмәкләп сәй эсеп, Яңы Ҡара ағинәйҙәре бешергән телеңде йоторлоҡ тәмле балтырған ашын ашап, ихлас аралашып, фекер алышып, йырлашып, гөрләшеп таралыштылар.
Афарин, ағинәйҙәр!Ҙур рәхмәт һеҙгә! Яңы Ҡара ауылының ҡунаҡсыл, ихлас, асыҡ йөҙлө, эшһөйәр, илһөйәр, рухлы халҡына айырыуса рәхмәт!