Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Фольклориада - мәҙәни Олимпиада ул

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек бик йылдам бара.

Сараға тиклем бер ай самаһы ғына ваҡыт ҡалды - ул 3 июлдә башлана, 1 июлдән ижади коллективтар килә башлаясаҡ. Донъя кимәлендәге мөһим сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн уның хәүефһеҙлеге тураһында ла уйларға кәрәк. Һүҙ тәү сиратта коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау тураһында бара.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала һөйләне. Асыҡланыуынса, Фольклориадала ҡатнашыусылар өсөн обсерватор һәм контактта булған кешеләрҙең исемлеге әҙерләгән.
– Уҙған аҙнала беҙ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова рәйеслегендә Фольклориадаға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үткәрҙек. Барлыҡ мәсьәләләрҙе ныҡлап тикшерҙек. Муниципалитеттар һәм яуаплы кешеләр, белеп тороғоҙ, килгән кешеләр менән кем бәйләнешкә инә – мотлаҡ коронавирустан вакцинациялау үтергә тейеш. Йәки антиесемдәр бар тигән белешмә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, "Роспотребнадзор" һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә Фольклориадаға обсерватор итеп Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһы билдәләнгән.
– Барлыҡ муниципалитеттарҙан, ведомстволарҙан бәйләнештә буласаҡ кешеләр исемлеге йыйылды. Фольклориадала ҡатнашасаҡ райондар Өфөнән алыҫ түгел, берәй хәл булһа, уларҙы бында килтереү мөмкинлеге бар, – тине ул.
Бөгөнгә ҡарата Фольклориадала 48 ил ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың 45-е бында килеү мәғлүмәттәрен ебәргән дә, биш ил әлегә хәл итә.
– Был сара бик мөһим, ул мәғәнәһе буйынса мәҙәни Олимпиадаға тиң. Бик ҙур делегациялар килә, АҠШ-тан, Европа илдәренән. Бик ҙур сара һәм ҙур яуаплылыҡ был, – тине Радий Хәбиров.
Фото: nazaccent.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас