Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Афарин, Рәдим!

Асҡын 1-се урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Рәдим Хәжимәрҙәнов “Һаумы, һаумы, әкиәт!” Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар төбәк-ара конкурсында 3-сө урын яуланы! Телһөйәр Рәдимде һәм уның етәксеһе Сулпан Әғәләм ҡыҙы Ғилметдинованы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Рәдим Хәжимәрҙәнов Асҡын 1-се урта мәктәбенең 2-се класында уҡый. Телһөйәр, илһөйәр малай китап уҡырға, туған телдә шиғырҙар ятларға, әкиәттәр һөйләргә ярата. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының район этабында еңеү яулап, тырыш малай төбәк-ара этабында ла ышаныслы сығыш яһай һәм 38 бәйгесе араһында 3-сө урын яулай. Ул “Алйот бүре” тигән ҡаҙаҡ халыҡ әкиәтен оҫта итеп, килештереп һөйләп, ҙур уңыш ҡаҙана. Телһөйәр Рәдимде һәм уның етәксеһе Сулпан Әғәләм ҡыҙы Ғилметдинованы ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
Белешмә: Башҡортостан Республикаһында 2021 йылдың 5 апреленән 14 майына тиклем «Һаумы, hаумы, әкиәт!» Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар төбәк-ара конкурсы үтте. Конкурс VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған.
Конкурста 1-4 класс мәктәп уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 1-4 класс уҡыусылары, балалар баҡсалары фольклор коллективтары, шулай уҡ ғаилә фольклор коллективтары ҡатнашты.
Быйыл конкурста республиканан 454 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, башланғыс класс уҡыусылары, 70 фольклор коллективтары ҡатнашты.
Наилә Имаева.
Читайте нас